-16 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2021, 16:45
1

Күп балалы ғаиләгә - ирекмәндәр ярҙамы

Өфөлә ирекмәндәр күп балалы ғаиләгә мәктәп кәрәк-ярағы бүләк иткән.

Күп балалы ғаиләгә - ирекмәндәр ярҙамы
Күп балалы ғаиләгә - ирекмәндәр ярҙамы

 

Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр колл-үҙәге эшен дауам итә. Ярҙам һорап күберәген ололар шылтырата, күп балалы ғаиләләр ҙә йыш мөрәжәғәт итә.

Ирекмәндәр әле аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләгә канцелярия тауарҙары менән ярҙам иткән. Ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә. Иң өлкәненә 9 йәш, өсөнсө класта уҡый, уға етәгеһе быйыл беренсе класҡа уҡырға барған, өсөнсө балаға ни бары ике йәш, ә бәләкәстәренә быйыл бер йәш кенә тула.

Интернет киңлектәрендә “Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһы уҙа, тигән иғланды күреп ҡалдым. Тик, үкенескә ҡаршы, һуң мөрәжәғәт иттем, шуға күрә уҡыу йылы башланыуға канцтауарҙар ала алманыҡ, - тип һөйләй Әлфиә Гороховская. - Ирекмәндәргә ҙур рәхмәт, улар, хәлебеҙҙе аңлап, беҙгә мәктәп кәрәк-яраҡтары бүләк итте. Беҙҙең күп балалы ғаилә өсөн был ҙур ярҙам булды”.

Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәнлек үҙәге модераторы Гөлшат Мөхәмәтшина ҡайнар линияға килгән барлыҡ һорауҙар ҙа тиҙ һәм адреслы эшкәртелеүен билдәләп, беҙ һәр ваҡыт кешеләр хәленә керәбеҙ һәм ярҙам итергә тырышабыҙ, тип асыҡлыҡ индерә.


Автор: Гульнара Мустафина
Читайте нас