Асылыу тантанаһы онлайн-форматта Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты базаһында уҙасаҡ. Сара “Башҡорт теле – башҡорт иле” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлдерелгән.
“Башҡорт теле – башҡорт иле” проекты республиканан ситтә мәғариф ойошмаһы базаһында аҙнаһына 3 сәғәт күләмендә башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Уҡытыусыға ноутбук, кабинетты тематик биҙәү өсөн стендтар, уҡытыу-методик әҙәбиәт бирелә һәм ай һайын өҫтәмә хеҙмәт хаҡы ҡаралған.