Кеше йәшәйешенең теге йәки был осоронда йәшәү мәғәнәһе тураһында уйлана башлай. Бала саҡта өҫтөң – бөтөн, тамағың туҡ икән, атай-әсәйең эргәлә булһа, бәхет өсөн башҡа нәмә кәрәкмәй ҙә. Үҫмерлек осорона етәрәк инде ҡиммәттәр үҙгәрә башлай. Кемдер өсөн йәшәү йәме яҡшы уҡыуҙа, кемдер өсөн – яратҡан берәй шөғөл табыуҙа, ә бәғзеләр өсөн – мөхәббәт уттарында яныуҙа. Йәшлегеңә аяҡ баҫҡас, бер аҙ өлкәнәйә төшкәс, етдирәк уйҙарға биреләһең, ҡиммәттәрең дә икенсерәк юҫыҡ ала башлай.
Әммә ысын мәғәнәһендә йәшәү мәғәнәһен бик әҙҙәр генә аңлайҙыр ул. Күптәр үҙенә дөрөҫ маҡсаттар ҡуймай, йәшәйешен дөрөҫ ҡормай. Уйлап ҡарағыҙ әле. “Йәшәү мәғәнәһе ниҙә?” тигән һорауға кемегеҙ ниндәй яуап бирәсәк? Күптәр быға: “Балалар үҫетереүҙә, ҡартайған көнөңдә ейәндәр һөйөп ултырыуҙа,” – тигәнерәк яуап бирә.
Әммә бөтә йәшәү мәғәнәһен балалар үҫтереүгә генә ҡайтарып ҡалыу, бөтә ғүмереңде уларға ғына бағышлау дөрөҫме икән? Әлбиттә, балалар – йәшәү йәме, күңел йыуанысы. Ләкин тормоштоң бар мәғәнәһе бының менән генә бәйле түгел.
Күп атай-әсәйҙәр балаларына артыҡ ҙур өмөттәр бағлай, хыялдарында улар өсөн айырым бер киләсәк төҙөп ҡуя. Әйтерһең дә, улар өсөн барыһын да хәл итәләр, балаларының тормошоноң үҙҙәре теләгән сценарийын яҙып ҡуялар. Ундай балалар мәктәптә, ата-әсәһе уның менән ғорурланһын өсөн, тик яҡшы билдәләргә генә уҡырға тейеш. Атай-әсәйең теләгән түңәрәктәргә лә йөрөү мотлаҡ. Әлбиттә, балаңдың киләсәге өсөн борсолоу, шуның өсөн тырышыу бик һәйбәт. Әммә үҙең тураһында ла оноторға ярамай. Шулай уҡ, һәр ваҡыт балаңдың шәхес икәнен иҫтә тоторға кәрәк. Уның үҙ ҡыҙыҡһыныуҙары, үҙ ынтылыштары бар. Бәлки, бала кешенең сәнғәткә ынтылышы барҙыр, ә һеҙ уны тырышып-тырмашып спортсы итергә маташаһығыҙ. Бәлки, уға әҙәби китаптар уҡыу, ижад донъяһы оҡшайҙыр, ә һеҙ уның киләсәктә иҡтисадсы булыуын хәл итеп ҡуйғанһығыҙ.
Һәр кем үҙе теләгән юҫыҡта, ирекле шәхес булараҡ үҫешергә хоҡуҡлы. Бала кешенең дә, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, шундай уҡ хоҡуҡтары бар. Әгәр ҙә уға теүәл фәндәр ауыр бирелә икән, ул алгебранан, йә физиканан “бишле” билдәһе алырға бурыслы түгел. Йә иһә, уға әҙәбиәт оҡшамай икән, ул бер нисек тә танылған ижад кешеһе булып китә алмай. Һәр кеше үҙенә күрә бер талантҡа эйә була. Шуларҙы күрә белеү, балаға үҫешергә ярҙам итеү мөһим. Әммә ошо талантты, баланың теләген атай-әсәйҙең балаһы өсөн билдәләп ҡуйған теләктәре баҫмаһын, юҡҡа сығармаһын ине ул. Бар яҡлап та килгән кеше булмай, барыбер ҙә. Булһа ла – бик һирәк. Шуға күрә, бала кешегә кәрәгенән артығын йөкмәтергә кәрәймәй. Ул, ата-әсәһе башҡалар алдында маҡтана алһын өсөн, үҙенә оҡшамаған нәмә менән шөғөлләнергә бурыслы түгел.
Күптәр балаларҙы йәшәү мәғәнәһенә әйләндереп, уларға артыҡ өмөттәр бағлап, бөтә ғүмерҙәрен тик уларға ғына бағышлай, үҙҙәре тураһында онота. Күңелең китек булмаһын, йөҙөңдән йылмайыу китмәһен өсөн, үҙеңә лә ваҡыт таба белергә кәрәктер. Бала кеше өсөн әллә ниндәй түңәрәктәргә ҡарағанда әсәһе иғтибары, уның бәхетле йөҙө күпкә мөһимерәк. Ул әсәһенең ал-ял белмәй көнө-төнө эшләп йөрөүенә түгел, ә күберәк янында булыуына, йылыһын биреүенә мохтаж.
Ҡайһы бер атай-әсәйҙәр балалары өсөн үҙҙәре менән ҡорбан итергә, бар ғүмерҙәрен тик уларға ғына бағышларға әҙер. Эйе, балалар – тормош йәме, һәм һәр кем улар өсөн тырышыуҙы бурыс итеп ҡуя. Әммә атай-әсәй, иң тәү сиратта, балаларына яҡшы тәрбиә, тормошта ысын кеше булыу өсөн дөрөҫ йүнәлеш бирергә бурыслы. Сөнки балалар – беҙгә тапшырылған аманат. Был донъяла бар бәхет матди байлыҡҡа, бөтөнлөккә генә ҡайтып ҡалмай.
Һәр хәлдә лә, балалар өсөн тырышыуҙы һәр кем үҙе һайлай. Шуға күрә, йылдар үтә килә ошо тырышыуҙар баланың иркен сикләүгә, үпкәләштәргә һәм ниндәйҙер бер үкенескә әйләнергә тейеш түгел.
Бөтә тормошоңдо тик балаға ғына бағышлау, уны туҡтауһыҙ әпәүләү, бөтә теләгәнен алдына алып һалыу, һәр бер нәмәнән ҡурсаларға тырышыу бик яҡшы һөҙөмтәләргә килтермәй. Артыҡ әпәүләнгән, иркәләтелгән балаға был тормошта үҙ-үҙен табыу, ауырлыҡтарға ҡаршы тороу ауыр бирелә. Сөнки быға тиклем уның өсөн барыһын да хәл иткәндәр, туҡтауһыҙ ҡурсығандар, үҙенсә ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек бирмәгәндәр. Үҙ булмышыңды таба алмай тегеләй-былай һуғылыуҙан да ауырырағы юҡтыр һикәлтәле тормош юлында. Сөнки үҙ-үҙен таба алмаған кешенең күңеле гел китек була, ул ауырлыҡтарға бирешеп бара. Шуның өсөн дә, бала кеше илаһа ла абынған еренән тороп китә, бәләкәй генә булһа ла мәсьәләләрҙе үҙенсә хәл итә белергә тейештер. Ул ғүмер баҡый атай-әсәй ҡанаты аҫтында була алмай. Уға ла бит ҡасандыр тыуған ояһын ташлап китергә тура киләсәк. Артыҡ әпәүләнеп тормашҡа ярашмағанлыҡтан күптәр бит ғүмер буйы атай-әсәй елкәһен кимерә, үҙ-үҙен таба алмай яфалана.
Тағы килеп, бала кешегә шәхес булараҡ ҡарай белеү кәрәк. Атай-әсәйҙең теләге ни тиклем генә көслө булмаһын, бала тик улар әйткәнсә генә йәшәй алмай. Шуға күрә, балаңа ҡарата үҙеңсә ҡорған пландарыңды ситкә ҡуйып, уның ынтылыштарына иғтибар итеү мөһим. Юғиһә, бала кеше үҙ-үҙен юғалтырға мөмкин. Бер кем дә күңеле тартмаған нәмә менән шөғөлләнергә тейеш түгел. Һәр кемдең яратҡан шөғөлө була бит. Һеҙ теләгән өсөн генә һәләте булмаған бала бейеүсе, йә йырсы булып китә алмай. Атай-әсәй шулай хәл иткән өсөн, әҙәбиәтсе, йә режиссер булырға теләгән бала, юридик, йә иһә медицина факультетына инергә тейеш түгел.
Әлбиттә, атай-әсәй һәр ваҡыт балалары өсөн тырыша. Әммә балаларҙың ниндәйҙер өмөттәрҙе аҡламауы әр-битәр һүҙҙәренә килтерергә тейеш түгел. Тормошон һеҙ теләгәнсә ҡормаған өсөн кемделер ғүмер буйы: “Мин һине ҡараным, үҫтерҙем, аҡса түктем,” – тигәнерәк һүҙҙәр менән битәрләргә кәрәкмәй. Эйе, ғүмер биргән, үҫтергән өсөн бала кеше атай-әсәһенә рәхмәтле булырға тейеш. Әммә бында бурыслы тигән һүҙҙе ҡулланыу урынһыҙ булыр. Рәхмәтле, әммә бурыслы түгел. Сөнки уның үҙ хыялдары, үҙ ынтылыштары бар һәм ул үҙенсә бәхетле булырға хаҡлы.
Бала кеше атай-әсәһенә рәхмәтле, әммә был хыялдары менән ҡорбан итергә, тормошон тик улар теләгәнсә генә ҡорорға тейеш тигәнде аңлатмай. Бала кеше ниндәйҙер һайлау эшләгән икән, зинһар, аяҡ салмағыҙ, ҡаршы сыҡмағыҙ. Һәр кемгә ата-әсәһенең йылы һүҙе, фатихаһы кәрәк. Тормош юлында шулай еңелерәк. Шуға күрә, баланы үҙ хыялдарын йә һеҙҙе һайлау алдына ҡуймағыҙ. Уның шәхесен хөрмәт итегеҙ. Ул һеҙ теләгәнсә юрист, йә иҡтисадсы түгел, ә рәссам һөнәрен һайлаған икән, күнегеҙ һәм битәрләмәгеҙ. Тимәк, уның күңеле шуға тарта һәм ул сәнғәт донъяһында үҙен тапҡан. Ҡыҙығыҙ икенсе милләт кешеһенә кейәүгә сыҡҡан икән, тимәк, бәхетен шунда тапҡан, йөрәге башҡа милләт вәкиленә асылған. Кемдеңдер быны дөрөҫ түгел, тип иҫәпләүе яҡынығыҙҙың бәхетенә аяҡ салыу өсөн сәбәп булып торорға тейеш түгел.
Кеше һүҙенән һис ҡасан ҡурҡмағыҙ, балағыҙға ҡарата ниндәйҙер идеаль образ ҡормағыҙ, уны нисек бар шулай ҡабул итегеҙ, яратығыҙ. Уның бәләкәй генә булһа ла ҡаҙаныштары менән ғорурланырға өйрәнегеҙ. Тирә-йүндәгеләргә балағыҙ һайлаған юл, уның йәшәйеше оҡшамай икән, уларға ҡул һелтәгеҙ. Сөнки ул – үҙенсә йәшәргә хоҡуғы булған шәхес. Һәм ул башҡаларға яраҡлашырға, уларға оҡшарға тырышырға тейеш түгел.
Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.