+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2021, 15:12

1 октябрҙән балалар пособиеһы «Мир» картаһына ғына күсерелә башлай

1 октябрҙән түбән килемле ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәрҙе «Мир» картаһына, ҡулаҡса йәки ябай иҫәпкә генә алырға мөмкин. Был хаҡта РИА Новости хәбәр итте.

1 октябрҙән балалар пособиеһы «Мир» картаһына ғына күсерелә башлай
1 октябрҙән балалар пособиеһы «Мир» картаһына ғына күсерелә башлай

 

Һүҙ, атап әйткәндә, беренсе йәки икенсе баланың тыуыуына йәки уны уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыуға бәйле пособиелар тураһында бара. Үҙгәрештәр аҡсаны халыҡ-ара түләү системалары карталарына алғандарға ғына ҡағыла.

Бынан алда Хеҙмәт министрлығында «Мир» картаһы йөклөлөктөң иртә осоронда иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға айлыҡ пособие, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар, бала ҡарау буйынса пособилелар, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы балаларға айлыҡ түләүҙәр, 3-7 йәшлек балаларға айлыҡ түләүҙәр, 8-17 йәшлек балалар тәрбиәләгән тулы булмаған ғаиләләргә пособиелар, Пенсия фондынан пенсиялар һәм башҡа түләүҙәр, эшһеҙлек пособиеларын алыу өсөн кәрәклеге тураһында белдергәйнеләр.  

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: