+19 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2021, 12:41

Пластикка икенсе тормош: 3-сө Өфө ҡала гимназияһында экология буйынса асыҡ дәрес үтте

СИБУР “Таҙа ил 2.0” автоуҙышы сиктәрендә экологик ағартыу программаһының партнеры булды. Бының өсөн компания экологик дәрестәрҙең тулы бер серияһын эшләне, улар ҡыҙыҡлы уйын формаһында уҡыусыларҙы ҡалдыҡтарҙы файҙалы ҡулланырға һәм айырым йыйырға өйрәтә.

Пластикка икенсе тормош: 3-сө Өфө ҡала гимназияһында экология буйынса асыҡ дәрес үтте
Пластикка икенсе тормош: 3-сө Өфө ҡала гимназияһында экология буйынса асыҡ дәрес үтте

24 сентябрҙә Өфө ҡала 3-сө гимназияһында экология буйынса асыҡ дәрес үтте. Риүәйәт буйынса уҡыусыларға киләсәк кешеләре мөрәжәғәт итә. Унда экологик һәләкәткә дусар булғандар - һауа шул тиклем бысранған, хатта тын алыуы ҡыуын, йылғаларҙа балыҡтар ҡырылған, ә бөтә ер буйлап сүп-сар туҙып ятҡан. Әммә хәҙерге заманда планетаны һаҡлап ҡалыр ысулдар бар әле. Ниндәй ысулдар? - был һорауға балалар үҙҙәре яуап бирҙе. Мәҫәлән, сүп-сарҙы айырым йыйыу, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һабанан баш тартыу, ватылған әйберҙәрҙе йүнәтеү йә уларға яңы ҡулланылыш табыу...

Дәрес һуңында уҡыусылар ҡалдыҡтар менән эш итеү ысулдары тураһында фекер алышты. Әйтәйек, сүпте яндырғанда зарарлы матдәләр бүленеп сығырға мөмкин, ағыулы көл барлыҡҡа килә, ресурстар юғала. Полигон да сығыу юлы түгел, тип белдерҙе улар, - әле үк уларҙың күбеһе тулы хәлдә. Ә йыл һайын беҙҙең илдә генә йылына 60 миллион тоннанан артыҡ ТКО барлыҡҡа килеүен иҫәпкә алһаҡ, тиҙҙән уларҙы урынлаштырыу мөмкинлеге булмаясаҡ. Тәбиғәт ресурстан һаҡларға һәр беребеҙ ярҙам итә ала. Мәҫәлән, уларҙы ҡайтанан эшкәртеүгә тапшырыу юлы менән.

Пластикка икенсе тормош: 3-сө Өфө ҡала гимназияһында экология буйынса асыҡ дәрес үтте
Пластикка икенсе тормош: 3-сө Өфө ҡала гимназияһында экология буйынса асыҡ дәрес үтте
Пластикка икенсе тормош: 3-сө Өфө ҡала гимназияһында экология буйынса асыҡ дәрес үтте
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: