+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2021, 08:57

"Туған тел уҡытыусыһына рәхмәт!" акцияһына ҡушыл!

Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм өйрәнеү фонды Уҡытыусылар көнө айҡанлы “Туған тел уҡытыусыһына рәхмәт!” акцияһы уҙғара. Акция 5 октябргә тиклем бара. Акция сиктәрендә һәр уҡыусы үҙенең туған тел уҡытыусыһы тураһында һөйләп, уға рәхмәтен еткерә ала.

"Туған тел уҡытыусыһына рәхмәт!" акцияһына ҡушыл!
"Туған тел уҡытыусыһына рәхмәт!" акцияһына ҡушыл!

 

Акцияла түбәндәге эштәрҙең береһен һайлап алып ҡатнашырға мөмкин:

- эссе яҙырға;

- туған теленә өйрәткән уҡытыусың тураһында видеосюжет әҙерләргә;

- видеоролик төшөрөргә;

- уҡытыусың менән төшкән фотоны ҡуйып, рәхмәт һүҙҙәре яҙырға.

Уҡытыусыға арналған видеоролик, фотоларға ижади йәһәттән ҡарау хуплана: уҡытыусыға арнап йырлау, бейеү, шиғыр һөйләү һ.б.

Эштәрҙе #учительродногоязыка2021 #фондродныеязыки #туғантелуҡытыусыһы2021 хештектары менән “Инстаграм”, “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәрегеҙҙә йә ТikTokта урынлаштырығыҙ. Иң ҡыҙыҡлылары Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм өйрәнеү фондының һәм Рәсәй Мәғариф министрлығының, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының социаль селтәрҙәрендә урын аласаҡ.

Фото: dema.ufa-edu.ru сайтынан.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: