Башҡортостан республикаһы Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин:
- Уҡыу йылы башланыуға 4-се аҙна, әммә, үкенескә ҡаршы, ауырыған балалар һәм уҡытыусыларҙың һаны артыуы күҙәтелә. 116 белем биреү ойошмаһы дистанцион режимға күсә, был 23,5 мең уҡыусы тигән һүҙ. Республикалағы мәктәп уҡыусыларының 4,5 проценты.
Мәктәпкәсә белем биреү усаҡтарында әлегә хәл тотороҡло.
Дистанцион уҡыуға күскән балалар кәрәкле девайстар, гаджеттар менән тәьмин ителәсәк. Әгәр Интернет булмаһа, ҡағыҙ кейстар тапшырыу ҡаралған. Был осорҙа 5-8-се, 10-сы класта белем алған балаларҙың льготалы категорияһына (бушлай туҡланыуға хоҡуғы булғандарға) аҙыҡ-түлек йыйылмаһын таратыу ойошторола.
Башҡа белем биреү йорттарында ауырыған балалар һаны артҡан осраҡта, муниципалитет оперштабтары министрлыҡ менән берлектә дистанцион уҡыу тәртибенә күсеү тураһында ҡарар ҡабул итеүе мөмкин. Ата-әсәнең был хәлгә аңлап ҡарауын һорайым. Беҙ киләһе ике аҙнала белем биреү йорттарында сир таралыуға сик ҡуйылыр тигән өмөттә. Эпидемиологик хәл тотороҡланғас та, ғәҙәттәге уҡыу тәртибенә күсәбеҙ.
Шул уҡ ваҡытта Ковид-19 менән ауырыған уҡытыусылар һаны республика буйынса шаҡтай түбән: әле 36 мең уҡытыусының 300-ләбе ауырый. Социаль төркөмдәр араһында беҙҙә вакцинация проценты иң юғарыһы – мәктәп уҡытыусыларының 84 проценты ике компонентлы прививка яһатҡан.