+16 °С
Дождь
VK
Яңылыҡтар
22 Сентября 2021, 05:39

Башҡортостанда коронавирус арҡаһында 2000-гә яҡын бала карантинда

Башҡортостанда коронавирус йоҡторғандар менән бәйләнештә булған 2000-гә яҡын бала карантинда. 99 кескәй пациент – дауаханала, 244-е – өйҙә.

Башҡортостанда коронавирус арҡаһында 2000-гә яҡын бала карантиндаБашҡортостанда коронавирус арҡаһында 2000-гә яҡын бала карантинда
Башҡортостанда коронавирус арҡаһында 2000-гә яҡын бала карантинда

Был турала 21 сентябрҙә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы брифингында ведомство етәксеһе Максим Забелин хәбәр итте.

«Әле сирле менән бер бинала – мәктәпкәсә учреждениеларҙа, мәктәптәрҙә йәки бәйләнештә булған 1825 бала карантинда. Шул сәбәпле бөтә класс изоляцияға ебәрелә. Был миграцияның тамамланыуы, балаларҙың мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөй башлауына бәйле. Ғаиләлә сир таралыу осраҡтары күбәйә», — тине ул.

Министр республикала йәшәүселәрҙе хәүефһеҙлек һәм һаҡланыу сараларын үтәргә, сир йоҡторған туғандар йәки таныштар менән аралашмаҫҡа саҡырҙы.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас