+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2021, 19:49

"Тирмәкәй"ҙә әсә телен өйрәнәләр

Шишмә районының Ҡара Яҡуп ауылындағы мәктәптә “Тирмәкәй” мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн өҫтәлмә белем биреү төркөмө асылды. Ул  Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантында лайыҡлы еңеү яулаған проектҡа ярашлы тормошҡа  ашырылды. 

"Тирмәкәй"ҙә  әсә телен өйрәнәләр
"Тирмәкәй"ҙә әсә телен өйрәнәләр

 

Туған телебеҙ  - башҡорт телен үҫтереү, уны һаҡлау һәм популярлаштырыуҙы күҙ уңында  тотҡан был проект аша 5-7 йәшлек балалар әсә телен тулыһынса өйрәнә  аласаҡ. Был төркөм яңы уҡыу йылы башынан үҙ тәрбиәләнеүселәрен туплап, кәрәкле уҡыу әсбаптары менән тулыһынса тәьмин ителеп, эште планға ярашлы башлап та ебәргән.

"Йәйғор" сайтынан.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: