+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2021, 00:33

Радий Хәбиров Паралимпия уйындары ҡатнашыусылары менән осрашты

16 сентябрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Токиола уҙған йәйге XVI Паралимпия уйындары ҡатнашыусылары һәм уларҙың тренерҙары менән осрашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Паралимпия йыйылма командаһын республиканың 14 вәкиле тәшкил итте. Ярыш йомғаҡтары буйынса Башҡортостан спортсылары 12 миҙал яҡланы – 5 алтын, 3 көмөш һәм 4 бронза.

Радий Хәбиров Паралимпия уйындары ҡатнашыусылары  менән осрашты
Радий Хәбиров Паралимпия уйындары ҡатнашыусылары менән осрашты

  - Һеҙ еңеүҙәрегеҙ менән беҙгә, тәү сиратта балаларға һәм йәштәргә, ҡуйылған маҡсаттарға ныҡышлыҡ һәм тырышлыҡ менән ирешергә , ҡыйынлыҡтарҙы ҡыйыу рәүештә еңергә кәрәклеген күрһәттегеҙ. Һеҙҙең күбегеҙ тыумышы менән республиканың ҙур булмаған ҡалаларынан, унда, бәлки, спорт әҙерлеге юғары кимәлдә лә ойошторолмағандыр. Әммә талапсан характерығыҙ һәм ихтыяр көсө менән һеҙ планетаның иң көслө атлеттары араһында булыу хоҡуғын раҫланығыҙ. Һеҙҙең бүләктәр – һәр спортсы өсөн иң юғары баһа! Тренерҙарығыҙға һәм отаздарығыҙға ҙур рәхмәт. Беҙ бөтә республика менән һеҙҙең өсөн йән аттыҡ, - тине Радий Хәбиров.

Республика башлығы шулай уҡ спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына дәүләт наградалары тапшырҙы. Ике тапҡыр паралимпия чемпиондары Андрей Николаев менән Богдан Мозговой Халыҡтар Дуҫлығы Ордены менән бүләкләнде. Ошондай уҡ наградаға тренерҙар Сергей Трухачев менән Фәнил Кирәев лайыҡ булды. Башҡортостан башлығы ҡалған спортсылар һәм тренерҙарҙы Салауат Юлаев ордены менән ҡыуандырҙы.

Паралимпия спортсылары Токиола уҙған ярыштарҙан һәм ил йыйылма команда составында Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: