-2 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2021, 22:42

Мораҡта - заманса китапхана

Яңы технологияларҙы ҡулланыу китапхананы мәғлүмәти, мәҙәни һәм белем биреү үҙәге итергә мөмкинлек бирәсәк. Милли проект сиктәрендә китап фонды 14 мең дана әҙәбиәт менән тулыланды.

Мораҡта - заманса  китапхана
Мораҡта - заманса китапхана

Күгәрсен районы Мораҡ ауылында заманса йыһазландырылған моделле китапхана асылды. Китапхананы заманлаштырыу "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында башҡарылды.

Яңы быуын китапханаһын асыу тантанаһында Мораҡ ауылы халҡы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, район хакимиәте вәкилдәре, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты Әлфәрис Байчурин, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев ҡатнашты.

Мораҡта - заманса  китапхана
Мораҡта - заманса китапхана
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: