+13 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2021, 18:07

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!

“Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы етәксеһе, бик күп сағыу проекттарҙың авторы Гөлназ Ҡолһаринаны ихлас күңелдән тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!
ҠОТЛАЙБЫҘ!!!

Гөлназ Фәрит ҡыҙы, һеҙ “Тамыр”ҙы донъя кимәлендә таныттығыҙ. Тынғыһыҙ эшегеҙ менән Республикала күпме талантлы балаларға ҡанат ҡуяһығыҙ, күңелдәрен үҫтерәһегеҙ, дәрт өҫтәйһегеҙ; саф башҡортса төшөрөлгән тапшырыуҙар аша күпме сабый күңеленә рух оролоғо һалаһығыҙ, илен, телен яратырға, ғорурланырға әйҙәйһегеҙ.

Һеҙгә артабан да ижади уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ! “Тамыр”ыбыҙҙың тамырҙары тағы ла нығыраҡ, көслөрәк булһын!

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: