+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Сентябрь 2021, 15:06

Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар автоматик рәүештә тәғәйенләнә

Эшләп йөрөгән рәсәйҙәргә йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар автоматик рәүештә тәғәйенләнә, йәғни ғариза яҙыу кәрәкмәй.

Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар автоматик рәүештә тәғәйенләнә
Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар автоматик рәүештә тәғәйенләнә

Яңылыҡ 2022 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инергә тейеш, тип хәбәр итте Рәсәй Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Бынан тыш, электрон больничныйға күсеүгә бәйле, киләһе йылдан хеҙмәткәрҙәргә ауырығанлыҡ ҡағыҙы буйынса аҡса алыу өсөн эш биреүсегә ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт тапшырырға кәрәкмәй.

«Гражданинға ғаризалар яҙырға тура килмәһен, ә түләүҙәр автоматик рәүештә тәғәйенләнһен өсөн эш биреүсенең һәм Социаль страховкалау фондының үҙ-ара эш итеү тәртибе үҙгәрә. 2022 йылдың 1 ғинуарынан эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы мотлаҡ электрон документ формаһында төҙөлә (электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы). Пособиеларҙы мотлаҡ социаль страховкалау сиктәрендә Фонд тәғәйенләй һәм түләй. Хеҙмәт хаҡы күләме, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса ялға китеү тураһында мәғлүмәттәр — эш биреүсенән, ә баланың тыуыуы хаҡында ЗАГС-тың мәғлүмәт системаһынан ебәрелә. Ошо мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп, Фонд йөклөлөк һәм бала табыу буйынса, шулай уҡ бала тыуыуға бәйле пособиелар тәғәйенләй», — тиелә матбуғат өсөн белдереүҙә.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: