+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2021, 12:27

Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә Кәтибә Кинйәбулатова көндәре башланды

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты, балалар шағирәһе Кәтибә Кинйәбулатова көндәре 13 сентябрҙән 22 октябргә тиклем барасаҡ. Кәтибә Кинйәбулатованың 1954 йылда балалар өсөн яҙылған тәүге китабы нәшер ителә. Ижадының башланғыс осоронда күберәк балалар яҙыусыһы булараҡ танылыу таба. Артабан уның ижади мөмкинлектәре киңәйә һәм ул төрлө жанрҙарҙа ла ижад итә башлай.

Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә Кәтибә Кинйәбулатова көндәре башланды
Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә Кәтибә Кинйәбулатова көндәре башланды

Сара Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен популярлаштырыу маҡсатында, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф hәм фән министрлығы, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге тарафынан ойошторола.

Сарала hәм уның сиктәрендә үтәсәк ижади бәйгеләрҙә Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә йәшәгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәселәре, 1-11 класс уҡыусылары, өҫтәмә белем биреү учреждениеларында шөғөлләнеүселәр ҡатнаша ала.

Ҡатнашыусыларҙың эштәре башҡорт (башҡорт теленең диалекттарында) һәм рус телдәрендә түбәндәге номинациялар буйынса ҡабул ителә:

Кәтибә Кинйәбулатованың тормошона арналған "Иң яҡшы асыҡ дәрес";
- башҡорт халҡының тарихына, ғөрөф-ғәҙәттәренә, теленә, Силәбе hәм Ҡурған өлкәһенән сыҡҡан билдәле шәхестәргә арналған ғилми-ғәмәли конференция;
- йәш шағирҙар бәйгеһе;
Кәтибә Кинйәбулатованың әҫәрҙәрен яттан һөйләүселәр.

Эштәрҙе [email protected] адресына ебәререү һорала.

Сараның положениеһы менән Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының сайтында танышырға мөмкин: https://education.bashkortostan.ru/documents/active/3...

Һөҙөмтәләр 2021 йылдың 30 сентябренә тиклем билдәле буласаҡ.

Белешмәлэр өсөн Берҙәм телефон: +7 (347) 218 16 93.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: