+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2021, 09:00

Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы

Свердловск өлкәһе үҙенсәлекле төбәк. Бында 30 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Улар араһында аҫаба халыҡ күпселекте тәшкил итә, шулай уҡ 1955 – 2000 йылдарҙа урындағы сәнәғәт ойошмаларына эшкә урынлашырға килгән милләттәштәр ҙә байтаҡ.

Свердловск өлкәһендә  Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы
Свердловск өлкәһендә  Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы
Свердловск өлкәһендә  Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы. Рәсми өлөштә Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Свердловск өлкәһенең эске сәйәсәт Департаменты етәксеһе урынбаҫары Елена Губина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәлим Яҡупов, тарихсылар, өлкәнең башҡорт ойошмалары ҡатнашты.

Свердловск өлкәһе үҙенсәлекле төбәк. Бында 30 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Улар араһында аҫаба халыҡ күпселекте тәшкил итә, шулай уҡ 1955 – 2000 йылдарҙа урындағы сәнәғәт ойошмаларына эшкә урынлашырға килгән милләттәштәр ҙә байтаҡ.

Тарихсы Рәфил Аҫылғужин бәйән итеүенсә, аҫабалар араһында өс ырыу вәкилдәре - ҡошсо, һыбыҙғы һәм өпәй башҡорттары өҫтөнлөк итә. БДУ доценты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Нурислам Ҡалмантаев киләсәктә ҡошсо ырыуы башҡорттарының йыйынын Свердловск өлкәһендә үткәрергә тәҡдим итте.

Свердловск өлкәһенең Красноуфимский, Екатеринбург ҡалаларында һәм Первомайский ауылында бейеү, йыр, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнау һәм уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Ҡыҙыҡһыныусылар өсөн сараны Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Урал Мортазин, Сәйҙә Ильясова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Низаметдинов үткәрҙе. Өс көн дауамында барған дәрестәрҙә 200-ҙән ашыу талантлы милләттәштәребеҙ камиллаштырҙы.

Свердловск өлкәһендә үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәренең рәсми өлөшө Екатеринбург ҡалаһының Мәскәү урамындағы 29-сы йорто янында тамамланды. Тап ошо йортта 1943-1957 йылдарҙа билдәле инженер-энергетик, Башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы Тәҡиулла Ханнан улы Алиев йәшәгән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары, Свердловск башҡорттары данлыҡлы милләттәшен бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Уның ҡыҙы Әмилә Алиева-Мясникова быйыл августа 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, атаһы иҫтәлегенә китап сығарған. «Свердловск өлкәһенең башҡорт үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлегенә үҙ өлөшөн индергән Әмилә Тәҡиулла ҡыҙын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы менән бүләкләне.

Гөлнара Ҡулабаева Екатеринбург ҡалаһында 2008 йылдан алып йәшәй. Тамырҙары менән Ейәнсура һәм Мәләүез райондарынан. Хәйер, уның йәшлек йылдары ла Свердловск өлкәһе менән бәйле: юғары белемде бында алған.

- Кейәүгә сыҡҡас, байтаҡ йылдар Ташкент ҡалаһында йәшәнек. 2008 йылда Рәсәйгә ҡайтырға булғас, мөмкинлектәр күберәк тип Екатеринбургта төпләнергә булдыҡ. Телде, ғөрөф- ғәҙәттәрҙе, тарихты онотмаҫ өсөн милли аралашыу даирәһе кәрәк. Шуға ла күсеп ҡайтыу менән урындағы башҡорт ойошмаларын эҙләй башланым. 2009 йылда Фәймә Йосопова етәкселегендәге «Йәдкәр» театр коллективы менән таныштым. Бында беҙ - Башҡортостандан килгән яҡташтар аралашып, берегеп йәшәйбеҙ, байрамдар ойошторабыҙ, әүҙем тормош алып барабыҙ. Тик нимәһе үкенесле: тарихи Башҡортостан булған Свердловск өлкәһенең аҫаба башҡорттары юғалыу ҡурҡынысы аҫтында. Улар үҙ асылын, телен, тарихын онотҡан. Шуға ла бөгөн үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәренә, былтыр асылған Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенә ҙур өмөттәр бағалайбыҙ, – ти яҡташыбыҙ.

Әйткәндәй, Гөлнара апай байрамда башҡорт халыҡ йыры «Һыбай ҡашҡа» йырын башҡарҙы. Уның талантына, әүҙемлегенә рәхмәт әйтеп, мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев «100 башҡорт халыҡ йыры» китабын һәм диск бүләк итте.

- Оҫталыҡ дәрестәре беҙҙең өсөн көтөп алынған ваҡиға. Үткән йыл Азамат Кәримовтан бейергә өйрәнгәйнем, бөгөн Урал Мортазин үҙе дәрес бирә, - ти Үрге Пышма ҡалаһында йәшәүсе Эльвина Соколова.
Ул бына инде биш йыл дауамында Зөлфиә Рәшит ҡыҙы Хәмиуллина етәкселегендәге «Йондоҙ» башҡорт-татар фольклор ансамбленә йөрөй. Ә ҡыҙы Валерия ансамбль янында асылған «Сәк-сәк» студияһында бейей. Эльвина сығышы менән Свердловск өлкәһенең Артин районынан. Һөнәре буйынса хоҡуҡ белгесе булһа ла, күңеле ижадҡа тартыла. Ҡул эштәренә маһир, бейергә ярата. Һуңғы арала башҡорт милли кейемдәре менән ҡыҙыҡһына. Сәхнә өсөн ҡашмауҙарҙы үҙе әҙерләгән.

«Киләсәктә беҙгә башҡорт биҙәүестәре эшләү буйынса ла оҫталар килеп, дәрестәр үткәрһен ине», – тип үҙ теләктәрен еткерҙе Эльвина Рәсим ҡыҙы.
 
Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрендә балалар өсөн дә майҙансыҡтар эшләне. "Аҡбуҙат" журналы Екатеринбург ҡалаһында балалар менән осрашты. Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлгән "Урал батыр" анимацион йәнһүрәте күрһәтелде, журналдар, китаптар бүләк ителде. 
 
"Өфөнән һөйөү менән", "Һеңлекәш" фильмдары Свердловск өлкәһе буйынса 40 урында күрһәтелде.  
Екатеринбургта "Һеңлекәш" фильмын 114, 107, 167-се мәктәп уҡыусылары ҡараны. 

Йәмәғәт ойошмаларына ярҙам итеү маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан башҡорттар күпләп йәшәгән төбөктәрҙә Тарихи-мәҙәни үҙәктәр булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Уға ярашлы үткән йыл Свердловск өлкәһендә лә үҙәк эшен башлап ебәрҙе. Етәксеһе - Ҡулмырҙина Светлана Ринат ҡыҙы, Руслан Рөстәм улы Һәүбәнов - методист вазифаһында. Бер йыл ғына эшләүгә ҡарамаҫтан үҙәк төбәктә абруй яулаған.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты уларға бүләктәр ҙә алып килгән ине. Ике сәхнә костюмы, йәкшәмбе башҡорт мәктәбе өсөн мультимедия ҡорамалдары, күп һанлы китаптар киләсәктә тарихи мәҙәни үҙәктең эшен еңелләштер, әүҙемләштер тип ышаныстабыҙ.
 
Свердловск өлкәһендә үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре "Далан" төркөмөнөң ҙур концерты менән тамамланды. 


#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #Екатеринбург #башкиры
 
Свердловск өлкәһендә  Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы
Свердловск өлкәһендә  Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы
Свердловск өлкәһендә  Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы
Свердловск өлкәһендә  Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы
Свердловск өлкәһендә  Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы
Свердловск өлкәһендә  Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы
Свердловск өлкәһендә  Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы
Свердловск өлкәһендә  Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы
Свердловск өлкәһендә  Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: