+29 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Сентябрь 2021, 14:37

Балалар тамырҙарын белеүҙән мәхрүм булмаһын...

9-11 сентябрҙә Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре уҙҙы. "Аҡбуҙат" журналы Екатеринбург ҡалаһында балалар менән осрашты. Бәләкәстәргә Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлгән "Урал батыр" анимацион йәнһүрәте күрһәтелде, журналдар, китаптар бүләк ителде.   

Балалар тамырҙарын белеүҙән мәхрүм булмаһын...
Балалар тамырҙарын белеүҙән мәхрүм булмаһын...

Свердловск өлкәһе - боронғо башҡорт ерҙәре. Бөгөн был төбәктә 30 меңдән ашыу башҡорт йәшәй, уларҙың 12 меңе - Екатеринбург ҡалаһында көн күрә.

Әлбиттә, осрашыуҙа балалар класс тултырып ултырманы. Күп атай-әсәйҙәр белмәй ҡалғандыр, бер ни тиклем пандемия ла сәбәпселер. Екатеринбург ҡалаһында 2008 йылдан алып йәшәгән, тамырҙары менән Ейәнсура районынан булған Гөлнара Ҡулабаеваның һүҙҙәре лә урынлылыр:  “...Тик нимәһе үкенесле: тарихи Башҡортостан булған Свердловск өлкәһенең аҫаба башҡорттары юғалыу ҡурҡынысы аҫтында. Улар үҙ асылын, телен, тарихын онотҡан...” Шулай ҙа үҙҙәренең милләте, батырҙары, йолалары, байрамдары, йыр-бейеүе менән танышырға теләгән балаларҙың барлығы ҡыуандырҙы. Был уларҙың күҙҙәрендә баҙлаған ҡыҙыҡһыныу осҡононда  асыҡ сағылды. Балалар “Урал батыр” йәнһүрәтен ҡараны, “Аҡбуҙат” журналында баҫылған мәҡәләләр, әкиәттәр, һүрәттәр буйынса башҡорт милләте, уйындарыбыҙ, йолаларыбыҙ, батырҙарыбыҙ тураһында күпте белде. “Ҡурай” легендаһы аша милли уйын ҡоралдарыбыҙ менән дә танышты.

Тәрбиә менән бер рәттән телгә булған һөйөү, тамырыңды, милләтең тураһында белеү иң тәүҙә ғаиләнән, атай-әсәйҙең һөйләүенән башлана. Бала үҙенең кем икәнен, килеп сығышын сабый сағынан белеп үҫергә тейеш. Инде үҫеп еткәс бер көн килеп: “Һин - башҡорт, һин үҙеңдең телеңде, тарихыңды белергә тейешһең!” – тип торған атай-әсәйгә ул нимә тип яуап бирергә тейеш? Шулай уҡ рухты һаҡлап ҡалыуҙа бер-берең менән аралашыу, милли байрамдарыбыҙҙы бергә үткәреү, фекер уртаҡлашып, һөйләшеп тороу мөһим. Шул маҡсаттан башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә  бына ошондай осрашыуҙар, байрамдар, һабантуйҙар үткәрелә, Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре, йәкшәмбе мәктәптәре асыла ла инде.

Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәрен ябыу тантанаһы “Далан” төркөмө концерты менән тамамланды. Атай-әсәйҙәрҙең ҙур тамашаға балаларын да алып килеүе һөйөндөрҙө. Балаларҙың артистарға ҡушылып йырлап, урындан бейеп ултырыуҙары ғжәп күренеш булды. Ни генә тимә, тамырҙар үҙен барыбар һиҙҙерә. Ситтә йәшәүгә һылтанып, шул тамырҙарҙы өҙмәһендәр, балаларын үҙ тарихтарын белеүҙән мәхрүм итмәһен ине өлкәндәр.

Балалар тамырҙарын белеүҙән мәхрүм булмаһын...
Балалар тамырҙарын белеүҙән мәхрүм булмаһын...
Балалар тамырҙарын белеүҙән мәхрүм булмаһын...
Балалар тамырҙарын белеүҙән мәхрүм булмаһын...
Балалар тамырҙарын белеүҙән мәхрүм булмаһын...
Балалар тамырҙарын белеүҙән мәхрүм булмаһын...
Балалар тамырҙарын белеүҙән мәхрүм булмаһын...
Балалар тамырҙарын белеүҙән мәхрүм булмаһын...
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: