+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2021, 09:24

"Урал батыр" MARVEL фильмдарынан текәрәк

Яр Саллы ҡалаһында үткән осрашыуҙа тағы нимәләр хаҡында һүҙ барҙы?

"Урал батыр"  MARVEL фильмдарынан текәрәк
"Урал батыр" MARVEL фильмдарынан текәрәк

"Аҡбуҙат" журналы Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәгән дуҫтары менән осрашты.

"Шишмә" Халыҡтар дуҫлығы йортонда уҙғарылған сарала балалар, "Шоңҡар" башҡорт ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла "Аҡбуҙат" журналы тураһында йотлоғоп тыңланы.

- Мин бәләкәй саҡта хәҙерге кеүек смартфондар ҙа, ҡул аҫтында интернет та юҡ ине, - тип һөйләне "Аҡбуҙат" журналы хәбәрсеһе Айгөл Йәмилева, - мин "Аҡбуҙат" менән бергә үҫтем. Һәм, беләһегеҙме, ул әле лә телефондағы уйын ҡушымталарынан ҡыҙығыраҡ.  Балалар быға үҙҙәре лә инанды - журналды ҡыҙыҡһынып башынан алып аҙағына тиклем ҡарап сыҡтылар.

"Урал батыр" эпосы менән MARVEL фильмдарын нимә бәйләй? Комикстар.  MARVEL кинокомпанияһы комикстар буйынса супергеройҙар хаҡында фильмдар төшөрһә, "Урал батыр" эпосы буйынса "Аҡбуҙат" комикстар китабы сығарҙы, үткән йылда кескәй дуҫтарына йәнһүрәт тә тәҡдим итте.

Комикстарҙы, йәнһүрәтте күрһәткәндә, балалар уғата йәнләнеп китте.  Уйлап ҡараһаң, Урал батыр Голливуд супергеройҙарынан бер ҙә ҡайтыш түгел, хатта текәрәк тә әле - ул да яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшә, үҙенең тылсымы бар. Эпосыбыҙ, MARVEL комикстары һәм фильмдарынан айырмалы рәүештә, бынан быуат-быуат элек уйлап табылған, был халҡыбыҙҙың бай зиһенле булыуын иҫбатлай.

Самира Балағотдинова, Камилла Ихсанова, Азалия Ғүмәрова - һәр береһе осрашыуға милли кейемдә килгән, үҙҙәре менән шиғри күстәнәс тә әҙерләгән. Улар йәкшәмбе мәктәбе уҡытыусыһы, "Атайсал" башҡорт телен һөйөүселәр клубын алып барған Рауза Мусина менән Өфөлә "Башҡорт теле - башҡорт иле" лагерында була. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика башҡорт гимназия-интернатында ойошторолған лагерь Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың балаларын бер майҙанға туплай. Балалар тарихи төйәктәренән, Өфөнән алған тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты.

Осрашыуға килгән иң кескәй дуҫыбыҙға өс кенә йәш - Марат Митькин  сара дауамында "Аҡбуҙат" журналынан айырылманы, һәр бер битен ентекләп ҡарап сыҡты. Уны осрашыуға алып килгән ағаһы Рәмил Туҡтағолов 6 класта уҡый.

Осрашыуҙа "Шоңҡар" Яр Саллы башҡорттары ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашыуы хаҡында ла әйтеп үткәйнек. Рәмилә Йосопова, Рауза Мусина, Фәриҙә Багаува, Әнисә Тихоненкова, Гөлүзә Буранбаева, Айгөл Балағотдинова, Клара Ишкилдина балалар менән бер ҡатар шиғырҙар һөйләнеләр.

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: