+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2021, 09:52

Свердловск кескәйҙәре «Аҡбуҙат» менән таныша

Балаларға Башҡортостан, башҡорт халҡы тураһында бөтә нәмә лә ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс. Валерия менән Лиза ла осрашыуҙан ҙур тәьҫораттар алып ҡайтты.

Свердловск кескәйҙәре «Аҡбуҙат» менән таныша
Свердловск кескәйҙәре «Аҡбуҙат» менән таныша

Екатеринбург ҡалаһында йәшәгән Валерия менән Лиза «Аҡбуҙат» журналын тәүгә күрә. Ғөмүмән, 3-сө класта уҡыған был ҡыҙҙарға Башҡортостан, башҡорт халҡы, уларҙың йолалары, батырҙары, уйын ҡоралдары тураһында белеү, уларҙың легендалары менән танышыу ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы.  «Бер республикала шулай күп милләт йәшәйҙер тип уйламай торғайныҡ», - тип тә аптыраны улар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 — 11 сентябрҙә Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә. Сараларҙа Башҡортостандың рәсми делегацияһы, шул иҫәптән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре ҡатнаша. «Аҡбуҙат» журналы редакцияһы ла кескәйҙәрҙе һәм уларҙың ата-әсәләрен журнал менән таныштыра.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: