+6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2021, 14:15

Камилла - «Аҡбуҙат» илендә

Бөгөн «Дуҫлыҡ» мәҙәниәт йортонда балалар «Урал батыр» йәнһүрәтен ҡараны, «Аҡбуҙат» журналы менән танышты.

Камилла - «Аҡбуҙат» илендә
Камилла - «Аҡбуҙат» илендә

Камиллаға 5 йәш. Уның әсәһе Люциә Баймаҡ районынан, атаһы Андрей -  Нефтекаманан. «Ике өләсәйем дә ныҡ алыҫ йәшәй...» - тип һөйләне ҡыҙыҡай. Әсә-атаһының һөйләүе аша Урал батыр менән  бер аҙ таныш ине инде, шуға ла йәнһүрәтен ихлас ҡараны. Аҙаҡ «Урал батыр» китабын һатып та алдылар. «Аҡбуҙат»тарҙы ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап сыҡты Камилла. Журнал уртаһында бирелгән ҡырҡып эшләй торған һүрәттәрҙе мотлаҡ эшләйем, тип ҡайтып китте ул.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: