+17 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2021, 17:58

"Аҡбуҙат" Сочилағы "Хәҙерге заман журналистикаһы" форумында ҡатнаша

Рәсәй Журналистар союзы секретаре Роман Серебряный башҡорт балалар матбуғатының тырышлыҡтарын лайыҡлы баһаланы, шул уҡ ваҡытта "трендта булыу" мөһимлеген билдәләне, балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн мәғлүмәт хәҙерге заман рухында еткерелергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

"Аҡбуҙат" Сочилағы "Хәҙерге заман журналистикаһы" форумында ҡатнаша
"Аҡбуҙат" Сочилағы "Хәҙерге заман журналистикаһы" форумында ҡатнаша

Башҡортостан делегаттары Сочила үткән "Хәҙерге заман журналистикаһы" форумында ҡатнаша.

"Бөтә Рәсәй-2021" "Хәҙерге заман журналистикаһы" форумы 25-се тапҡыр уҙа.

Беҙҙең республиканан ҡатнашҡан делегация составында Журналистар союзы етәкселеге, район һәм республика гәзит-журналдарының баш мөхәррирҙәре бар.

Форумдың беренсе көнөндә "Медиа трендтар" исеме аҫтында түңәрәк өҫтәл үтте.

Һөйләшеүҙе Рәсәй Журналистар союзы секретаре Роман Серебряный ойошторҙо.

Семинарҙа һанлаштырыу, социаль селтәрҙәр, улар ярҙамында Киң мәғлүмәт сараларын таратыу һәм башҡалар хаҡында һөйләштеләр.

Беҙ барыбыҙ ҙа тотош һанлаштырыу заманында йәшәйбеҙ. Беҙ "һандарҙа" юҡ икән, тимәк беҙ бөтөнләй юҡ тигәнде аңлата.

Эшкә алғанда һәйбәт резюмеға түгел, социаль селтәрҙәге насар сәхифәгә ҡарап, беҙҙе кире ҡағырға мөмкиндәр.

Беҙ интернетта ҡалдырған һәр һанлы эҙ - фото, шәхси мәғлүмәт булһынмы, улар барыһы ла теркәлеп бара, һәм быға нигеҙләнеп, мәҫәлән, Яндекс, мәғлүмәт еткереү алгоритмын уйлап таба.

Һанлы этика. Пандемия осоронда кәңәшмәләрҙе онлайн форматта уҙғарыу мөмкинлеге киң таралды. Бында ла үҙеңде тик ыңғай яҡтан күрһәтергә кәрәк - ошолар хаҡында һөйләштеләр ултырышта.

"Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина журналистика сиктәренлә балаларҙы тәрбиәләү темаһын күтәреп сыҡты.

Роман Серебряный башҡорт балалар матбуғатының тырышлыҡтарын лайыҡлы баһаланы, шул уҡ ваҡытта "трендта булыу" мөһимлеген билдәләне, балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн мәғлүмәт хәҙерге заман рухында еткерелергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: