+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Сентябрь 2021, 11:01

Ҡурғандар туған башҡорт телен өйрәнә

Былтырғы уҡыу йылында башҡорт теле Ҡурған өлкәһенең ике мәктәбендә уҡытылды. 2020 йылда иһә Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан өс педагог башҡорт телен уҡытыу өсөн махсус әҙерлек курстары үткәйне.

Ҡурғандар туған башҡорт телен өйрәнә
Ҡурғандар туған башҡорт телен өйрәнә

Быйыл 6 сентябрҙә башҡорт теле дәрестәре тәүге тапҡыр Сафакүл районның Ялан ауылы мәктәбендә үтте. Сөләймән һәм Абултай мәктәптәрендә лә туған тел дәрестәре ҡайтанан тергеҙелде. Сафакүлдә башҡорт теле – 1-9 кластарҙа, Яланда – 2, 7, 8 кластарҙа, Абултайҙа – 2, 3, 4 кластарҙа, Сөләймәндә 5, 6, 9 класта уҡытыла. Уҡытыусыларҙы әҙерләү курстарын дистанцион рәүештә лә үткәгәндәр. Ҡурған өлкәһенең йәмәғәтселәре башҡорт теле дәрестәрен ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына, Ҡурған өлкәһе Сафакүл районының мәғариф идаралығына һәм уның етәксеһе Әлфиә Таһир ҡыҙы Миннихановаға рәхмәтен белдерә.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: