-3 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2021, 00:06

Радий Хәбиров ни өсөн республикала битлек режимының йомшарыуын әйтте

Башҡортостан Башлығы фекеренсә, «коронавирусҡа ҡаршы» саралар менән пандемияның таралыуы араһында тигеҙлек кәрәк.  

Радий Хәбиров ни өсөн республикала битлек режимының йомшарыуын әйтте
Радий Хәбиров ни өсөн республикала битлек режимының йомшарыуын әйтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ни өсөн республикала битлек режимының йомшарыуын аңлатты. Республика етәксеһе тура бәйләнеш барышында халыҡтың ныҡ арығанын билдәләне.

«Эйе, битлек кейеү тәртибе йомшарҙы, тип әйтә алам. Беҙ йыл ярым тиерлек пандемия шарттарында эшләйбеҙ һәм йәшәйбеҙ. Кешеләр ныҡ арыны. Шуға күрә хәҙер беҙ халыҡҡа өҫтәмә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаҫ өсөн проблемаға бик һаҡ ҡарайбыҙ», — тип белдерҙе Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған тура эфир барышында.

Уның һүҙҙәренсә, бөгөн COVID-19 менән көрәш кеүек проблеманы нисек хәл итергә мөмкин икәнен аңлайбыҙ.

«Берҙән-бер юл — вакцинация, — тип билдәләне Хәбиров. — Шуға күрә төп көстө шуға йүнәлттек. Шул уҡ ваҡытта күпселек талаптарҙы ҡалдырҙыҡ».

Башҡортостан Башлығы фекеренсә, «коронавирусҡа ҡаршы» саралар менән пандемияның таралыуы араһында тигеҙлек кәрәк.  

«Әгәр ошо тигеҙлекте тапһаҡ, барыһы ла һәйбәт булыр тип уйлайым. Беҙ ағымдағы хәлдән сығып эш итәбеҙ. Хәл тотороҡло. Сирлеләр, үлем осраҡтары кинәт арта башлаһа, ул саҡта тейешле саралар күрермен», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.  

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: