+23 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2021, 13:51

Милли биҙәүестәрҙе тергеҙә

Ҡариҙел районы таланттарға бай. Шундай ғәжәйеп тырыш, уңған, сәнғәткә ғашиҡ гүзәл заттарҙың береһе — Тайҡаш ауылында йәшәүсе Лениза Муллаярова.

Милли биҙәүестәрҙе тергеҙә
Милли биҙәүестәрҙе тергеҙә


Лениза Мәҙехәт ҡыҙы ошо ауылда тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Өфө музыка мәктәбендә уҡыған. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетында белем алып, “социаль-мәҙәниәт эшмәкәрлеге менеджеры” йүнәлеше буйынса һөнәр алған.
2006 йылда Борай егете Ильяс Хөрмәтулла улына кейәүгә сыҡҡан. Үҙ тормоштарын ҡорғас, Муллаяровтар Тайҡаш ауылында төпләнгән, матур ҙур йорт төҙөгән. Ике бала тәрбиәләйҙәр. Улдары Ришат 11-се класты тамамлаған, ә ҡыҙҙары Лилиә 8-селә белем ала.
Ғаилә башлығы эске эштәр бүлегендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Лениза Мәҙехәт ҡыҙы ун йылдан ашыу ауыл мәҙәниәт усағы эше менән янып йәшәй. Уға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Ҡатын-ҡыҙға хас һөйкөмлөлөк, уңғанлыҡ, тәрбиәлелек кеүек күркәм сифаттарҙы туплаған ул. Уңған хужабикә булараҡ, йорто эсендә лә бөтә ерҙә тәртип, бөхтәлек; бәйләм дә бәйләй, аш-һыуға оҫта.
Муллаяровтар ғаиләһе, ғөмүмән, хеҙмәт һөйөп йәшәй. Эше барҙың, ашы бар, тигәндәй, һыйыр тоталар, ҡуяндар, күпләп ҡош-ҡорт үрсетәләр. Ҡышҡылыҡҡа үҙҙәре үҫтергән йәшелсә-емештәрҙән тоҙланмалар әҙерләйҙәр. Йәйен урманға еләк, бәшмәк, дарыу үләндәре йыйырға йөрөйҙәр.
— Бала саҡтан хеҙмәткә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләгән атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Әсәйемдең күңеле матур, ҡул эшенә бик оҫта ине. Уны телевизорҙан да күрһәттеләр. Атайым да заманында алтын ҡуллы кеше булды, үҙебеҙгә генә түгел ауылдаштарына ла быйма баҫты. Күңелем теләгән һөнәргә эйә булып, хыялымдың тормошҡа ашыуына бик шатмын, — тип һөйләй Лениза Мәҙехәт ҡыҙы.
Йәш быуынды сәнғәт өлгөһөндә тәрбиәләгән замандашыбыҙ эшен яратып башҡара. Талант эйәһенең маҡсаты — йәштәрҙең, балаларҙың һәләтен асыу, уны үҫтерергә ярҙам итеү. Мәҙәниәт йортонда балалар өсөн ойошторған “Оҫта ҡулдар” түңәрәге лә уңышлы эшләй. Үҙҡурсаланыу ваҡытында мәҙәниәт хеҙмәткәре онлайн-режимда балалар өсөн башҡорт милли түшелдереген тегеү буйынса оҫталыҡ дәресен күрһәтте. Методист башҡорт мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға, милли кейемде тергеҙеүгә, уларға халыҡтың иғтибарын йәлеп итеүгә күп көс һала. Ике йыл элек Лениза Мәҙехәт ҡыҙы боронғо биҙәктәрҙе тергеҙеп, балалар менән башҡорт милли биҙәүестәрен тегә башлаған. Хәҙер ошо шөғөлөн башҡаларға ла өйрәтә.
— Формаһы буйынса түшелдеректәр төрлө була. Уның нигеҙен туҡыма тәшкил итә, көмөш, еҙ-никель тәңкәләр һәм башҡа биҙәүестәр тегелә. Элек ҡабырсаҡтар, төймәләр, медальондар ҙа ҡулланылған. Шундай муйынсаларҙы элек өләсәйҙәребеҙ таҡҡан. Тәңкәләр айырым роль уйнаған, һанына һәм нисек тегелешенә ҙур иғтибар биргәндәр. Улар күҙ тейеүҙән һаҡлаған , — тип һөйләй оҫта.


Люциә КАРАМОВА.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: