+1 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2021, 16:23

Милләттәштәребеҙ көтә

"Аҡбуҙат" республика балалар журналы 30 йыллыҡ юбилейы уңайынан баҫма менән таныштырасаҡ, «Урал батыр» йәнһүрәтенең һәм комиксының презентацияһын уҙғарасаҡ.

Милләттәштәребеҙ көтә
Милләттәштәребеҙ көтә

9 — 11 сентябрҙә Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтә. Сараларҙа Башҡортостандың рәсми делегацияһы, шул иҫәптән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре ҡатнаша.

Мәҙәниәт һәм мәғариф көндәренең киң программаһына төрлө йүнәлештәге саралар ингән. «Свердловск өлкәһенең этно-мәҙәни төрлөлөгөндә башҡорттар» исемле фәнни «түңәрәк өҫтәл» Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең үҙенсәлекле мәҙәниәтен, телен һаҡлау эшенә арналасаҡ, ә урындағы башҡорт йәмәғәтселеге әүҙемдәре һәм башҡорт ата-әсәләре эшлекле осрашыуҙарҙа ҡатнашасаҡ.

Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең хеҙмәттәшлеген көйләгән килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ.
Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә саралар Үрге Пышма ҡалаһында ла планлаштырыла. Унда Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһенең Мәғариф министрлығы вәкилдәре осрашасаҡ. Өлкәлә йәшәүсе башҡорт ата-әсәләре өсөн бында махсус майҙансыҡ булдырыласаҡ, балаларҙы туған телдә уҡытыу хоҡуғын яҡлау һәм тормошҡа ашырыу буйынса консультациялар, йәкшәмбе мәктәбе уҡытыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк.

Башҡортостан делегацияһы урындағы педагогтарға башҡорт теле кабинетын йыһазландырыу өсөн заманса матди-техник ҡорамалдар тапшырасаҡ.

"Аҡбуҙат«республика балалар журналы 30 йыллыҡ юбилейы уңайынан баҫманың презентацияһын, викторина, шиғырҙар конкурсы, «Урал батыр» йәнһүрәтенең һәм комиксының презентацияһын уҙғарасаҡ.
Шулай уҡ, ошо көндәрҙә Башҡортостандың Халыҡ ижады үҙәге Свердловск өлкәһенең төрлө райондарында башҡорт хореографияһы, вокал, ҡурай, уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторасаҡ.

Свердловск өлкәһендә Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә үткән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур концерты менән тамамланасаҡ, данлыҡлы «Далан» фольклор-эстрада төркөмө сығыш яһаясаҡ.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: