-2 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2021, 16:32

Фәнни тикшеренеүҙәргә - 75 миллион һум

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала билдәле ғалимдар етәкселегендә алып барылған фәнни тикшеренеүҙәргә дәүләт ярҙамы саралары тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Фәнни тикшеренеүҙәргә - 75 миллион һум
Фәнни тикшеренеүҙәргә - 75 миллион һум

 

Республика етәксеһе ошо маҡсатҡа 2021-2023 йылдарға, шулай уҡ артабанғы һәр дүрт йылға Башҡортостан бюджетынан субсидиялар формаһында 75 миллион һумлыҡ дүрт грант булдырҙы.

Башҡортостан Хөкүмәтенә сираттағы финанс йылына һәм артабанғы осорҙарға республика бюджеты проекттарын формалаштырғанда гранттар түләүгә бюджет ассигнованиеларын күҙ уңында тоторға кәрәк.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы грант алыуға конкурс үткәрергә һәм уларҙы һайлап алыуҙа еңеүселәргә бүлергә тейеш.

Указда грант биреү тәртибе, билдәле ғалимдар етәкселегендә ғилми тикшеренеүҙәргә дәүләт ярҙамы өсөн Башҡортостан Республикаһы гранттары буйынса Совет тураһында положение һәм уның составы раҫланған.

Ҡабул ителгән ҡарарҙар донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәге эшмәкәрлеге программаһын һөҙөмтәле ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итергә тейеш.

Сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агенлығы.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: