+18 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2021, 13:43

"балаларға башҡа спорт төрҙәре тураһында ла һөйләр кәрәк..."

“Салауат Юлаев” Өфө хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе, “Сочи”ҙың элекке һаҡсыһы Никита Щитов шундай фекерҙә.

"балаларға башҡа спорт төрҙәре тураһында ла һөйләр кәрәк..."
"балаларға башҡа спорт төрҙәре тураһында ла һөйләр кәрәк..."

Башҡортостанда хоккей – беренсе урында тора. Шулай ҙа был спорт төрөндә спротсыларҙың артыҡ күп булыуы күҙәтелә. “Салауат Юлаев” Өфө хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе, “Сочи”ҙың элекке һаҡсыһы Никита Щитов шундай фекерҙә. “Ҡышҡы был спорт төрө популяр булыуға ҡарамаҫтан, балаларға, бигерәк тә малайҙарға, башҡа спрот төрҙәренең дә күп булыуын аңлатырға кәрәк, – ти ул. – “Салауат Юлаев” хоккей мәктәбендә бөгөн балалар бик күп шөғөлләнә. Әммә шуны онотмаҫ кәрәк: барыһы ла йондоҙ булып китмәйәсәк. Башҡортостанда бассейндар, бүтән төрлө спорт объекттары төҙөүҙәре бик яҡшы. Үҫеп килеүсе быуынды теннис, баскетбол, йөҙөүгә бирергә мөмкин. Юҡһа, социаль селтәрҙәрҙә хоккей ҙа футбол ғына...”

Сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: