+2 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2021, 16:07

17 сентябрь мәктәп уҡыусылары уҡымай

Башҡортостанда киләһе йома, 17 сентябрь, мәктәп уҡыусылары өсөн ял көнө була, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.

17 сентябрь мәктәп уҡыусылары уҡымай
17 сентябрь мәктәп уҡыусылары уҡымай

 

17 сентябрь — Дәүләт Думаһына, өлкә думаһына һәм округ советтарына һайлауҙың беренсе көнө. Күп кенә һайлау участкаларына тап белем биреү учреждениеларында урынлашҡан, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Был көндө республика уҡыусылары өсөн тәрбиәүи саралар ойошторола, тине мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: