Ойоштороу комитеты иң ҡыҙыҡлы эштәр өсөн өҫтәмә номинациялар иғлан итеүгә хоҡуҡлы. Конкурста алты йәштән 12 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала. Был сара “БашИнком” предприятиеһы һәм Башҡортостандың Аграр-сәнәғәт комплексы профсоюзы ярҙамы менән дүртенсе тапҡыр үткәрелә.
Былтыр ошо конкурсҡа 400-ҙән ашыу һүрәт килгән. Балалар үҙ эштәре аша ауылдағы еңел булмаған хеҙмәтте, аграр тармаҡтағы һөнәрҙәрҙең әһәмиәтле икәнен күрһәтә алған. Иң яҡшы һүрәттәр авторҙарына велосипедтар, планшеттар, компьютер кәрәк-яраҡтары бүләк ителгән. Быйыл да һәйбәт приздар көтөлә.
Һүрәттәр 1 сентябрҙән алып 1 октябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурста ҡатнашыусынан ғариза формаһы Ауыл хужалығы министрлығы сайтында (https://apkrb.info/) урынлаштырылған. Бар һорауҙар менән ошо телефон һандары буйынса шылтыратырға мөмкин: 8(347) 218-05-44, 218-05-40.