+13 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Сентябрь 2021, 10:55

Нисек хеҙмәт сифатын күтәрергә?

Нисек белем биреү ойошмаларының хеҙмәт сифатын күтәрергә? Өфөлә башҡорт телен тәрәндән өйрәтеүсе мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн берҙәм белем биреү киңлеге моделен эшләй башлағандар.

Нисек хеҙмәт сифатын күтәрергә?
Нисек хеҙмәт сифатын күтәрергә?

Төп йүнәлештәрҙең береһе —педагогтың һөнәри кимәлен күтәреү һәм һәләтен үҫтереү буйынса адреслы эшләү, мәғариф системаһындағы үҙгәрештәргә оператив яуап биреү.
Туған тел уҡытыусыларының квалификацияһын һәм компетенцияһын даими күтәреү мәсьәләһе былтыр сентябрҙә үткәрелгән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында ла күтәрелгәйне.

Ағымдағы йылдың авгусынан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Үҫеш векторы» Өҙлөкһөҙ профессиональ белем биреү институты яңы проектты тормошҡа ашыра башланы. Ул баш ҡаланың база мәктәптәрендә башҡорт телен тәрәндән өйрәтеүсе берҙәм белем биреү киңлеге моделен булдырыуға йүнәлтелгән.
Йәмғиәттә шунда ҡалып бар: белем биреү киңлеге ул өс төп йүнәлеш — балалар баҡсаһы, мәктәп, юғары уҡыу йорто араһындағы күсәгилешлекте аңлата. Хәҙер иһә был төшөнсә күпкә киңерәк һәм педагогтарҙың һөнәри оҫталығын күтәреү өсөн берҙәм шарттар булдырыуҙы күҙаллай.

Төп йүнәлештәр түбәндәгесә: педагогтарҙың компетенциялары формалашыуы кимәле буйынса объектив мәғлүмәттәрҙе диагностикалау; педагогтарҙың компетенция кимәлен берҙәм комплекслы диагностикалау системаһын булдырыу; асыҡланған профдефициттарҙы берләштереү һәм уларҙы төҙәтеү буйынса саралар ойоштороу, уҡытыусыларҙы яңы, автоматлаштырылған аттестация системаһына әҙерләү, профдефицит диагностикаһы һөҙөмтәләре буйынса аналитик материалдар әҙерләү.

Уҡытыусыларҙы яңы, автоматлаштырылған аттестация системаһына әҙерләүгә килгәндә, ул педагогтарҙың һөнәри оҫталығын арттырыу өсөн берҙәм шарттар булдырыуға ярҙам итәсәк. Диагностика һөҙөмтәһендә индивидуаль белем биреү траекториялары билдәләнәсәк, йәғни, уҡытыусы үҙенә ҡыҙыҡ йүнәлеш табасаҡ. Проект белем биреү динамикаһы һөҙөмтәләрен күҙәтеп барырға һәм комплекслы анализ яһауға булышлыҡ итәсәк.

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы директоры Гөлназ Әхмәҙиева әйтеүенсә, яңы проект башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙың сифатын педагогтарҙың һөнәри әҙерлеген күтәреү аша билдәләргә ярҙам итәсәк.

Проект граждандар йәмғиәте институттары үҫешендә ҡатнашҡан һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған ойошмалар өсөн республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: