+5 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Сентябрь 2021, 21:32

Луганск Халыҡ Республикаһы делегацияһы - батырҙың тыуған ерендә

Тарихи хәтерҙе мәңгеләштереү, уртаҡ рухи, тарихи һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм популярлаштырыу, шулай уҡ ике республика араһында барлыҡҡа килгән дуҫлыҡ ептәрен нығытыу маҡсатында Өфөгә килгән Лугансҡ Халыҡ Республикаһы делегацияһы вәкилдәре Шайморатов ауылында ла булып китте.

Луганск Халыҡ Республикаһы делегацияһы - батырҙың тыуған ерендә
Луганск Халыҡ Республикаһы делегацияһы - батырҙың тыуған ерендә

 Был сәфәрҙең инициаторы - БР Йәмәғәтселек палатаһы ярҙамындағы Башҡортостан Республикаһында “Рәсәй Эҙәрмәндәр хәрәкәте” төбәк бүлексәһе. Улар үҙҙәре менән “Һуғышта һәм тыныс тормошта 7 йыл” тип аталған фотокүргәҙмә алып килгән. Күргәҙмә Башҡортостан Республикаһының милли музейында асылды.
Луганск Халыҡ Республикаһы сит ил эштәре министры Владислав Дейнего етәкселегендә килгән делегация составында Алчевск ҡалаһының Салауат Юлаев исемендәге эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Флүр Ҡарасурин, “Луганск яҡташтар берлеге” төбәк-ара йәмәғәтселек
Ойошмаһы етәксеһе Олег Акимов, Луганск Халыҡ Республикаһы Йәмәғәтселек Палатаһы етәксеһе Алексей Карякин, Луганск мәғлүмәт үҙәге йәмәғәтселек ойошмалары вәкилдәрен һәм депутаттарҙы муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, муниципаль район хакимиәтенең социаль эштәр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева Ҡырмыҫҡалы ерендә ҡаршы алды.
Батырҙың тыуған еренә тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан ҡунаҡтар Рәсәй Геройы, генерал-майор, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды һәм Шайморатов ауылы күп функциялы мәҙәниәт йортонда М.М.Шайморатовтың 3Д маппинг музейы менән таныштылар.
- Бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы базаһында Башҡортостан Республикаһында “Рәсәй Эҙәрмәндәр хәрәкәте” төбәк бүлексәһе тарафынан “7-се гвардия кавалерия корпусы атлыларының һәм шайморатовлыларҙың батырлыҡтары яңы документтарҙа һәм тикшеренеүҙәрҙә” фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Эҙәрмәндәр, тарихсылар, фәнни хеҙмәткәрҙәр һәм музей эшмәкәрҙәре 7 гвардия кавалерия корпусы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы атлылары батырлыҡтарының яңы тикшеренеүҙәрҙең артабанғы перспективаларын тикшерә. Конференция ойошторолоу алдынан улар тарафынан яңы тарихи факттарҙы асыҡлау маҡсатында ҙур архив, тикшеренеү һәм эҙләү эштәре башҡарылды. Эштәр Башҡортостан Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы архивтарында, Киев ҡалаһында, Мәскәү өлкәһенең Подольск ҡалаһындағы оборона министрлығының Үҙәк архивында эштәр алып барылды, Луганск Халыҡ Республикаһы кешеләренең ғаилә архивтары өйрәнелде.
Беҙ генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовты бик ихтирам итәбеҙ. Тарихты үҙгәртергә һәм боҙорға бер кемдең дә хаҡы юҡ. Киләсәктә лә ике республика араһында дуҫлыҡ ептәре нығыр, уның хаҡында хәтер быуын-быуынға тапшырылып килер, тип ышанам, - тине Луганск Халыҡ Республикаһының Халыҡ Советы депутаты Сергей Серов.
Делегация вәкилдәре шулай уҡ Зәки Бикбаев етәкселегендәге райондың Шайморатов исемендәге “Йондоҙ” эҙәрмәндәр отряды эҙәрмәндәре Ленинград өлкәһе Киров районы Вороново ауылы эргәһендәге экспедициянан алып ҡайтҡан экспонаттарынан ойошторған күргәҙмәһе менән танышты.
- Алты йыл эсендә был экспедицияларҙа барлығы 49 уҡыусы ҡатнашты, 26 кеше һөлдәһе табылды. Уларҙы беҙ 8 майҙа Киров районындағы ҙур мемориалға тантаналы шарттарҙа күмеүгә тапшырабыҙ.
Бер нисә экспедицияла ҡатнашҡан ҡайһы бер егеттәрҙе Ленинград өлкәһенең эҙәрмәндәр отрядының Оборона министрлығына уҡырға ебәрәбеҙ. Беҙҙә хәрби-патриотик, юнармеецтар клубтары әүҙем эшләп килә. Ғәҙәттә, бер ергә өлгөргән бала бөтә ергә лә өлгөрә, ул юнармеец та, эҙәрмән дә, - тип һөйләне Зәки Әхмәт улы.
Сарала ҡатнашыусылар Резеда Әхтәмова һөйләгән Миңлеғәле Шайморатовтың бала һәм үҫмер сағы тураһындағы ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Луганск ҡалаһынан килгән делегация вәкилдәре: “Беҙҙең барыбыҙға бер тарихи иҫтәлек, беҙ был хаҡта оноторға тейеш түгелбеҙ”, тип хушлашты.

Гөлсәсәк АЛАСОВА.

Луганск Халыҡ Республикаһы делегацияһы - батырҙың тыуған ерендә
Луганск Халыҡ Республикаһы делегацияһы - батырҙың тыуған ерендә
Луганск Халыҡ Республикаһы делегацияһы - батырҙың тыуған ерендә
Луганск Халыҡ Республикаһы делегацияһы - батырҙың тыуған ерендә
Луганск Халыҡ Республикаһы делегацияһы - батырҙың тыуған ерендә
Луганск Халыҡ Республикаһы делегацияһы - батырҙың тыуған ерендә
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: