Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан халыҡтарының һәм республикалағы дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса маҡсатлы программаға ярашлы, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу әсбаптарын, методик ҡулланмаларҙы, стендтарҙы һәм башҡа уҡыу кабинеттары өсөн кәрәк-яраҡтарҙы Рәсәй төбәктәрендәге мәктәптәргә еткереүҙе хәстәрләй.
Миҫал өсөн, быйыл августа Силәбе ҡалаһы, Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Красноармейск, Сыбаркүл, Сосновск райондарындағы төп дөйөм белем биреү учреждениеларына башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары өсөн һигеҙ стенд комплекттары, 3630 дана дәреслек, ҡулланмалар, эш дәфтәрҙәре һәм китапханалар өсөн нәфис әҙәбиәт алып барылған.
30 - 31 августа Ырымбур өлкәһенең Александровск, Новосергиевск, Красногвардейск, Һарыҡташ, Төйлөгән, Ҡыуандыҡ райондарындағы мәктәптәргә ике стенд комплекттары, 682 дана дәреслек, ҡулланмалар, эш дәфтәрҙәре һәм китапханалар өсөн нәфис әҙәбиәт, Ҡазан һәм Яр Саллы ҡалаларындағы мәктәптәргә бер стенд комплекты, 220 дана дәреслек тапшырылған.
2020-2021 уҡыу йылында Башҡортостандан ситтәге төбәктәрҙә 57 белем биреү учреждениеһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнгәндәр. Шул иҫәптән, Силәбе өлкәһендә – 39, Ырымбур өлкәһендә – 11, Ҡурған һәм Һамар өлкәләрендә – 3-әр, Һарытыу өлкәһендә – 1 мәктәптә. Туған тел булараҡ башҡорт телен сит төбәктәрҙә дүрт меңдән ашыу бала өйрәнә.