"Бала саҡ хыялы тормошҡа ашты..." - Зөлфидә Ғарипова улы - Паралимпия уйындары чемпионы Илнур Ғариповтың ҙур еңеүен шулай баһалай.
“Илнур бала саҡтан спорт менән шөғөлләнде. Күҙе күрмәй башлағандан һуң да, йөҙөүҙе ташламаны”, - ти чемпиондың әсәһе.
Илнур 900 грамм ғына булып тыуа. Күҙе бер аҙ күргән саҡта конькиҙа, саңғыла йөрөй, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнаша. 12 йәшендә, бөтөнләй күрмәй башлағас, йөҙөү спорты менән мауыға башлай. Ул бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелеп ултырмай, алдына гел маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры исемен яулай. Тырышлығы булҡа китмәй егеттең: Токиолағы паралимпиадала донъя чемпионы исемен алыуға өлгәште!
Токиола Паралимпия уйындарында Рәсәй составында беҙҙең республиканан 14 спортсы сығыш яһай. Әле милли команда 32 алтын, 20 көмөш, 37 бронза миҙал яуланы. Паралимпиада 5 сентябрҙә тамамлана.