+19 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Сентябрь 2021, 17:50

Яңыртылған Совет майҙанында тәүге вальс!

Бөгөн 3-сө гимназия уҡыусылары Өфөнөң төп майҙандарының береһендә Белем көнө уңайынан линейкалар үткәреүҙең яңы традицияһын башланы.

Яңыртылған Совет майҙанында тәүге вальс!
Яңыртылған Совет майҙанында тәүге вальс!

Беренсе класс уҡыусыларын Белем көнө менән ҡотларға Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, Башҡортостан Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева, Башҡортостан башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов килде.

- Ҡәҙерле беренсе класс уҡыусылары, һеҙ бөгөн – төп герой! Һеҙҙең өсөн тормошта яңы сәхифә асыла, - тине Илвир Мәдғәт улы. – Бөгөн һеҙ беренсе тапҡыр мәктәп партаһы артына ултыраһығыҙ, беренсе дәресегеҙҙе асаһығыҙ! Алда һеҙҙе бик матур мәл – асыштар һәм өмөттәр, онотолмаҫ тәьҫораттар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, дуҫтар көтә! Балалар, белемгә ынтылығыҙ – ул уңышлы һәм ҡыҙыҡлы тормоштоң асҡысы. Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!

Сығанаҡ: ufacity

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: