Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Сентябрь 2021, 17:02

Радий Хәбиров уҡыусыларҙы Белем көнө менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Октябрь районының 159-сы мәғариф үҙәгендә һәм Ленин районының 1-се лицейында уҙған тантаналы линейкала ҡатнашты.

Радий Хәбиров уҡыусыларҙы Белем көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров уҡыусыларҙы Белем көнө менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Октябрь районы 159-сы мәғариф үҙәгендә һәм Ленин районының 1-се лицейында тантаналы линейкала ҡатнашты һәм уҡыусыларҙы Белем көнө менән ҡотланы.

- Бөгөн республикабыҙҙа ярты миллионға яҡын бала мәктәпкә барҙы. Барығыҙҙы ла Белем көнө менән ҡотлайым! Уҡыусыларҙың яҡшы өлгәшеүҙәрен, белем алыуҙарын, алға ҡарап ынтылыуҙарын һәм киләсәктәрен үҙҙәре төҙөүҙәрен теләйем, - тине ул. – Эпидемиологик хәл мәктәптәргә билдәле бер сикләүҙәр менән үҙ режимына ҡайтырға мөмкинлек бирҙе. Санитар нормаларҙы үтәргә, үҙегеҙҙе һәм янығыҙҙағы кешеләрҙе артабан да һаҡларға кәрәк.

Башҡортостан башлығы уҡытыусыларға үҫеп килгән быуынды тәрбиәләгәндәре, намыҫлы хеҙмәттәре өсөн һәм өсөн рәхмәт белдерҙе.   

Фото: glavarb.ru сайтынан

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: