+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Сентябрь 2021, 12:55

Мәктәптә туҡланыуға хаҡ артмай

Алдағы көндәрҙә мәктәп ашханаларында ашауға хаҡтарҙың артыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә, ата-әсәләр өсөн мәктәп туҡланыуы хаҡы артмай, тип белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, был республика бюджетына ҡағыла. 

Мәктәптә туҡланыуға хаҡ артмай
Мәктәптә туҡланыуға хаҡ артмай

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә уҙған эш кәңәшмәһендә мәктәп рациондарын санитар ҡануниәткә ярашлы итеү өсөн туҡланыу хаҡын яңынан ҡарау тураһында ҡарар ҡабул ителде, тине республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Уҡыусыларҙың рационы туҡланыуға бәйле аҙыҡ ҡиммәтен бүлеү йәһәтенән талаптарға тура килергә тейеш — тәүлек ҡулланыу нормаһынан иртәнге аш 20-25 %, төшкө аш 30-35%, шулай уҡ уҡыусының йәшенә ҡарап, ризыҡтың суммар күләме өлөшөндә. Санитар нормаларға һәм ҡағиҙәләргә ярашлы, беренсе сменала уҡыусылар ‒ иртәнге һәм төшкө аш, икенсе смена уҡыусылары төшкө һәм икенде ашы менән тәьмин ителә.

Бының өсөн өҫтәмә аҡса бүленә. 1 сентябрҙән 1-4 класс уҡыусылары, шулай уҡ льготалы категорияларға ҡараған балалар өсөн мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороуға республика бюджеты иҫәбенә финанслау күләменең артыуы көтөлә.

Быйыл республика бюджетынан йүнәлтелгән өҫтәмә аҡсаның күләме — 13 миллион һумдан ашыу, киләсәктә 35 миллион һумдан ашыу була, тип билдәләнде кәңәшмәлә.

Сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: