+15 °С
Ясна
Башланып китте уҡыуҙар
«А» тигән хәреф менән,
Атайҙарыбыҙ ҙа элек
Башлаған ана шунан.
«Я» тигән һуңғы хәрефкә
Барып еткәйнек бер саҡ,
Бөтә серҙәрен һөйләргә
Асылды беҙгә китап.
— Тырыш булығыҙ уҡыуҙа,
Тырышты һөйә белем.
Атаң шатланһын үҙеңә,
Ҡыуанһын Тыуған илең!
Р.Ниғмәти