Өфөлә Пекин урамындағы йорттоң беренсе ҡаттағы фатиры тәҙрәһенән 3 йәшлек ҡыҙыҡай һәм уның 11 айлыҡ ҡустыһы ҡолап төшә. Был эш буйынса тикшереү башланған.
Ирина Матвеева һәм уның ире Денис Шәйхисламов был мәлдә яңы фатирға күсенеп йөрөгән була. Телефондан һөйләшеп китеп барған ирҙең күҙенә тәҙрәнән бер баланың ҡолап төшөүе салына. Ҡыҙ янына йүгереп килеп еткәндә, тәҙрә төбөндә илап ултырған ҡустыһы осоп төшә. Бәхеткә, Денис малайҙы тотоп өлгөрә.
Денис менән Ирина тәҙрәгә шаҡып ҡарай, ләкин яуап биреүсе булмай. Күрше ҡатын фатирҙарының ишеге асыҡ икәнен әйтә. Өйгә ингәндә әсәй кеше йоҡлап ятҡан була. Уята алмағас, ғаилә полиция һәм ашығыс ярҙам саҡырта.
"Балалар ҡарауһыҙ тип әйтмәҫ инем. Шулай килеп сыҡҡандыр, күрәһең. Бында социаль яҡлау хеҙмәткәрҙәре тикшерергә тейеш. Иң мөһиме - ҡотҡарҙыҡ, Хоҙайға шөкөр, балалар һау-сәләмәт!" – ти Ирина менән Денис.