+19 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Август 2021, 12:15

Хроник ауырыуҙары булған балалар дистанцион уҡый аласаҡ

Бының өсөн ата-әсәнең ғариза яҙыуы кәрәк.

Хроник ауырыуҙары булған балалар дистанцион уҡый аласаҡ
Хроник ауырыуҙары булған балалар дистанцион уҡый аласаҡ

Коронавирус йоғоп, өҙлөгөүҙәр булмаһын өсөн күрелеүсе был сараны уҡыу йылының тәүге өс аҙнаһында файҙаланырға мөмкин. Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин был турала республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

Министр хроник сирҙәр менән ауырыусы балаларға тәүге ике-өс аҙнала дистанцион уҡырға мөмкин булыуын, ул сирҙәр исемлеге Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә билдәләнеүен әйтеп үтте. Өйҙә шөғөлләнеүсе балалар гаджеттар, дәреслектәр менән тәьмин ителәсәк.

Ауырыуҙар исемлеге менән түбәндәге һылтанма аша үтеп танышырға мөмкин: https://health.bashkortostan.ru/activity/28823/

Фото: Башинформ

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: