+17 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2021, 15:24

Табын — башҡорт ырыуҙарының иң эре берләшмәһе

XIV–XVI быуаттарҙа табындарҙың бер өлөшө Башҡортостандың урманлы-таулы райондарына күсеп килеп, Ағиҙелдең түбәнге ағымы, Еҙем, һуңғараҡ Инйәр йылғаларының үҙәндәрендәге уңдырышлы ерҙәргә урынлаша. Ырыуҙың икенсе бер өлөшө көнсығыштан Урал аръяғында Әй һәм Йүрүҙән йылғалары буйҙарын һәм Мейәс, Уйылға, Уй, Яйыҡ йылғаларының үрге ағымдарын биләй...

Табын — башҡорт ырыуҙарының иң эре берләшмәһе
Табын — башҡорт ырыуҙарының иң эре берләшмәһе


XV быуаттың аҙағында — XVII быуатт башында табындарҙың бер аҙы Ыҡ йылғаһы ярҙарына кире күсенә, ҡалғандары, көньяҡҡараҡ китеп, Тоҡ, Оло Ырғыҙ һәм Кәмәлек йылғалары буйындағы ерҙәрҙе үҙләштерә. XVIII уртаһында Урал аръяғы табындары Уй һәм Тубыл йылғалары буйындағы далаларға китә. XVI–XVIII быуаттарҙа улар биләгән ерҙәр төньяҡтан Пышма йылғаһына ҡәҙәр, көньяҡтан — Туғыҙаҡ йылғаһына тиклем барып етә.

Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылғас, Нуғай һәм Себер юлдары буйындағы ерҙәр Табын улусының аҫаба ерҙәре итеп ҡалдырыла. XVIII быуатта табындар әйле, ҡаңлы, ҡатай, көҙәй, ҡыпсак, мең, түңгәүер, терһәк, үҫәргән, юрматы ырыуҙары менән күршеләш була. XVIII–XIX быуаттарҙа табындарҙың ерҙәре Быҙаулыҡ, Верхнеуральск, Екатеринбург, Ырымбур, Стәрлетамаҡ, Троицк, Өфө һәм Силәбе өйәҙҙәре эсендә бүлгеләнеп ҡала. Кантондар системаһы идаралығы осоронда табындар 2-се, 3-сө, 4-се Тау арты, 5-се, 6-сы, 7-се, 8-се, 9-сы башҡорт кантондарына тарҡатыла.

Хәҙерге көндә табын ырыуҙары Башҡортостандың Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Балтас, Тәтешле, Дәүләкән, Учалы, Салауат райондары; Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы; Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы; Һарытау өлкәһе Пугачёв районы; Ырымбур өлкәһе Александров, Красногвардейск, Новосергиев райондары һәм Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Красноармейск райондарында таралып йәшәй.

Табындарҙың быйылғы осрашыуы ике тематик өлөшкә бүлеп ойошторолдо. Килгән ҡунаҡтар йыйылып бөткәндән һуң милли кейем, аш-һыу, халыҡ кәсебенә бәйле төрлө күргәҙмәләр эшләне. Табын ырыуы тарихына арналған театрлаштырылған тамашанан һуң концерт һәм халыҡсан спорт ярыштары башланды: батырҙар көрәш, ат сабышы, таяҡ тартыу, уҡтан атыу бәйгеләрендә көс һынашты. Бер үк ваҡытта балалар өсөн «Тамыр» телеканалы һәм «Аҡбуҙат» балалар журналы үҙ программаһын тәҡдим итте.

Көндөң икенсе яртыһында йыйындың пленар ултырышы башланды. Делегаттар көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн Комсомол ауылы мәҙәниәт һарайына йыйылды. Мәртәбәле ҡунаҡтар — Учалы район советы секретары Зариф Гарипов һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова барыһын да сәләмләп уңышлы эш теләне.

«Бәрәкәтле Учалы ерендә һеҙҙе сәләмләүемә шатмын. Беҙҙең районда ун һигеҙ ауыл советы, унда табындарҙан башҡа ырыу вәкилдәре лә йәшәй. Беҙ татыу халыҡбыҙ, ә бындай осрашыуҙар тағы ла нығыраҡ дуҫлаштыра, яңы маҡсаттар ҡуйыла», — тип билдәләне Зариф Ғарипов.

Эльвира Айытҡолова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарған ырыу йыйындары хәрәкәте тураһында әйтеп китте.

«Башҡортостан халыҡтары - көслө, тәрән, бай рухлы кешеләр. Беҙҙең республика — милләт-ара татыулыҡ һәм үҙ-ара ярҙам итешеп йәшәү өлгөһө. Былтыр Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ҡабул ителде — унда этностың тотороҡло һәм уңышлы үҫеше өсөн заманса маҡсаттар, бурыстар, принциптар, йүнәлештәр комплексы һәм уларҙы тормошҡа ашырыу механизмдары бирелгән. Әммә уның нисек тормошҡа ашырыласағы һәр беребеҙҙән тора», — тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы.

Парламентарий также напомнила о праве родителей выбирать родной язык для изучения в образовательных организациях, рассказала об изменениях в законодательстве об образовании.
Табын ырыуҙары союзы идараһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ҡоҙаҡаев ырыу хәрәкәте тарихы, башҡарыоған эштәр тураһында һөйләне.

«Табын ырыуҙары берләшмәһе республикала тәүгеләрҙән булып төҙөлдө. Бөгөн Учалы районында беҙ бишенсе тапҡыр йыйылдыҡ. Тәүге ырыу йыйыны 1993 йылдың 27 мартында Красноусол ҡасабаһында уҙғарылғайны, артабан 1994 һәм 2007 йылдарҙа, аҙаҡҡыһы 2017 йылдың 25 февралендә Өфө ҡалаһында булды», — тине Фәнил Ҡоҙаҡаев.

Йыйынға Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов етәкселегендә Силәбе табындары ла килде.
«Силәбе өлкәһендә 170 меңгә яҡын башҡорт йәшәй. Улар аҫаба халыҡ, борондан үҙ ерендә йәшәй, ошонда милләт булып формалашҡан, үҙ тарихын яҡшы белә, телен онотмай. Мәҫәлән, Арғаяш районындағы егерме бер мәктәптең ун туғыҙында башҡорт теле уҡытыла, был эш балалар баҡасаларында ла алып барыла», - тип белдерҙе Әлфир Байымов.
Башҡорт дәүләт университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев Табын ырыуҙары тарихына туҡталды. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының «Без башкортлар» ижтимағи хәрәкәте ағзаһы Винарис Абдуллин республиканың төнъяҡ-көнбайышында йәшәгән башҡорттар тураһында, уларҙың диалекты әҙәби телдән айырылып торһа ла, үҙҙәрен башҡорт тип иҫәпләүен, шуға ла уларҙы ситкә типмәҫкә, бергә булырға, берҙәм булырға өндәне. Райондарҙан килгән делегаттар съезда ҡатнашыусыларҙы үҙ төбәктәрендәге эштәр торошо менән таныштырҙы, үҙҙәрендәге табындарҙың тарихы һәм бөгөнгөһө, билдәле яҡташтары хаҡында һөйләне. Тәтешленән килгән Бәхтигәрәй Арманшин, мәҫәлән, Кейековтар нәҫеленең шәжәрәһен төҙөгән. Ә Силәбе өлкәһе вәкиле Арыҫлан Бикбулатов үҙенең генә түгел, мөрәжәғәт иткән бик күп кешеләргә лә шәжәрәһен эшләгән.

Пленар өлөш тамамланғас, Табын ырыуҙары советы һәм Совет рәйесе һайланды. Табын ырыуҙары берләшмәһе башлығы итеп журналистика ветераны, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фәнил Ҡоҙаҡаев тәғәйенләнде, Совет составына табындар йәшәгән барлыҡ төбәктәрҙән утыҙ кеше билдәләнде.Шулай уҡ йыйын резолюцияһы ҡабул ителде. Документта Табын ырыуҙарынан күренекле шәхестәрҙең исемләрен мәңгеләштереү; йыл һайын «Табын-фест» йәштәр фестивален уҙғарыу; күренекле яҡташтар менән осрашыу үткәреү буйынса эштәрҙе дауам итеү; ғаилә, балалар һәм йәштәр араһында, мәҙәниәт, мәғариф һәм ауыл хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре араһында ошо эшкә йәлеп итеү буйынса осрашыуҙар үткәреү; Ғафури районында Табын ырыуҙарының ырыу билдәһен булдырыу һәм ҡуйыу буйынса эштәрҙе тамамлау кеүек пункттар теркәлде.

Осрашыу һуңында Йыйын стандартын Көҙәй ырыуы ҡабул итеп алды.
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: