Салауат ҡалаһы Бочкарев урамындағы күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр балаларға уйнау һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн бер юлы бер нисә майҙансыҡлы булды. Бында өлкәндәр ағас күләгәһендә ял итә, ә йәш әсәйҙәр коляскалар менән йөрөй аласаҡ.
Ерле халыҡ әйтеүенсә, элек был урында соҡор-саҡырлы иҫке асфальт ятҡан, туҡтар урын булмаған. Тирә-яҡ та бысраҡ, батҡаҡ булған. Төҙөкләндереү эштәре салауаттарҙың һорауы буйынса башланған
“Төбәк башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән ойошторолған “Башҡорт ихатаһы” программаһының маҡсаты – балаларға ял итеү, уйнау, спорт менән шөғөлләнеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу. Салауатта программаның маҡсатҡа ирешеүен күрҙек. Ихата идеаль килеп сыҡты, ул барлыҡ ҡалаларҙа ла шулай булырға тейеш. Бында сәскәләрҙән виноградҡа тиклем үҫә. Үҫемлектәрҙе халыҡ үҙе ҡарай. Йорттарҙың фасадтарында позитив граффитиҙар яһалған. Спорт һәм балалар майҙансыҡтары, ял зонаһы бар, быларҙың барыһы ла хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып башҡарылған”, - тип хәбәр итте Зариф Байғусҡаров.