+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2021, 16:24

Мәктәптәрҙә Белем көнө нисек үтер?

Республикала Белем көнөнөң нисек ойошторолоуы хаҡында Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һөйләне.

Мәктәптәрҙә Белем көнө нисек үтер?
Мәктәптәрҙә Белем көнө нисек үтер?

 Айырым кластар һәм параллелдәр өсөн тантаналы линейкалар асыҡ һауала уҙғарыла, ата-әсәләргә битлек кейеү мотлаҡ.

Уҡыусылар ағымын бүлеү өсөн инеү урындары төрлө төҫлө маркировка менән билдәләнә. Балаларҙы уҡытыу өсөн кабинет системаһы һаҡлана. Һауа рециркуляторҙары ҡуйыла, тәнәфестә кабинеттар елләтелә.

Педагогтарҙың битлек режимы һаҡлана, ләкин дәрес ваҡытында уҡытыусы битлеген сисергә мөмкин. Бөгөнгә педагогтарҙың 70 процентҡа яҡыны вакцинация үткән.

Мәктәптәрҙә 500-ҙән ашыу медицина инспекторҙары эшләй.

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына мәктәп директорҙары менән кәңәшмәләр үткәрергә һәм пандемия осоронда мәктәптәрҙә эште нисек ойоштороу тураһында һөйләшергә ҡушты.

Һаулығы менән проблемалар булған балалар өсөн өйҙән уҡыу режимы ғәмәлдә. Ата-әсәләр белем биреү учреждениеһына ғариза яҙа, бала барлыҡ девайстар менән тәьмин ителә һәм башҡаларҙыҡы кеүек режим буйынса уҡый.

Сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: