Уның әйтеүенсә, республика мәктәптәре уҡыу йылын башларға һәм уҡыусыларҙы ҡайнар аш менән тәьмин итергә әҙер.
«Хаҡты арттырмай торҙоҡ, ләкин бөгөн күрше төбәктәр сумманы күтәрҙе, беҙгә лә уны тигеҙләү талап ителә. Барлыҡ иҫәпләүҙәр республиканың Финанс министрлығы, Мәғариф министрлығы һәм Сауҙа министрлығы менән берлектә эшләнгән», — тине Андрей Назаров, республика Башлығына мөрәжәғәт итеп.
Республикала мәктәп ашханаларын яңыртыу эше дауам итә, тип тә өҫтәне ул. Быйыл ғына төбәктә 280 аҙыҡ-түлек блогы яңыртылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың 1 сентябренән башланғыс класс уҡыусылары бушлай төшкө аш менән тәьмин ителә. Ил президенты Владимир Путин ошондай ҡарар ҡабул итте. Башҡортостанда шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар бушлай туҡланырға мөмкин.