Башҡортостанда яңы уҡыу йыһаздарын мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһы иҫәбенән һатып аласаҡтар. Бындай комплекслы ремонттан тыш яңы белем биреү мөхите булдырыу мөмкин түгел, тип һанай “Сириус” белем биреү үҙәге етәксеһе Елена Шмелева. Башҡортостандың 207 мәктәбе 2021 йылда физика, химия һәм биология фәндәрен өйрәнеү өсөн заманса цифрлы йыһаздар аласаҡ.
Республикала 365 мәктәпкә капиталь ремонт талап ителә, был төбәктәге барлыҡ дөйөм белем биреү учреждениеларының биштән бер өлөшө тиерлек.
“Беҙҙең бурыс – проекттарҙы ваҡытында әҙерләү, федераль финанслауҙы алыр өсөн заявка кампанияһында һөҙөмтәле ҡатнашыу, сөнки беҙгә 2026 йылға ҡәҙәр 70 мәктәпте ремонтларға кәрәк”, - тип билдәләп үтте Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.