Дөйөм команда иҫәбе һөҙөмтәләре буйынса Мәскәүҙең йыйылма командаһы беренселектең абсолют чемпионы тип танылды.
Миҙал иҫәбе буйынса:
♦ беренсе урынды Татарстан Республикаһы яуланы.
♦ Икенсе урынды Башҡортостан Республикаһы һәм Санкт-Петербург командалары бүлеште.
♦ Өсөнсө урынды Мәскәү өлкәһе алды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда Башҡортостандың йыйылма командаһы Милли финалдың 13-сө урынында булһа, былтыр ул 8-се урынға сыҡты.
Иң көслө ун команда иҫәбендә шулай уҡ Красноярск һәм Краснодар крайҙары, Новосибирск, Кемеров, Свердловск, Силәбе, Сахалин, Һамар, Төмән өлкәләре, Саха Республикаһы (Яҡутстан) вәкилдәре лә бар.
Юниорҙар араһында еңеүселәр һәм призерҙар 2021 йылда Бөтә Рәсәй балалар лагерҙарында «Профилле техноотрядтар» тематик сменаларында ҡатнашырға мөмкинлек биргән сертификат менән бүләкләнә.
«Был беҙҙең өсөн ауыр көндәр һәм төндәр булды. Һеҙҙең нисек ярышыуығыҙҙы күрҙем. Кемегеҙҙер еңеүсе, призер булды, ләкин шуныһы аныҡ билдәле: арағыҙҙа бер еңелеүсе лә юҡ. Сөнки барығыҙ ҙа – профессионалдар. Бөгөн, ошо мәлдә, ҡатнашыусыларға хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ныҡышмалылығығыҙ, оҫталығығыҙ һәм йәштәрсә ҡыйыулығығыҙ алдында баш эйәбеҙ. Шулай дауам итегеҙ! Изге юлға! Башҡортостан һеҙҙе һәр ваҡыт көтә!» – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тантанала ҡатнашыусыларға.
Сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.