+1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Август 2021, 11:07

Ирекмәндәрҙең “Йәш һөнәрмәндәр” чемпионаты финалында ярҙамы ҙур

"Ирекмән булып беренсе тапҡыр ҡатнашам", - ти Денис Дауытов.

Ирекмәндәрҙең “Йәш һөнәрмәндәр” чемпионаты финалында ярҙамы ҙур
Ирекмәндәрҙең “Йәш һөнәрмәндәр” чемпионаты финалында ярҙамы ҙур

IX “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)  милли чемпионаты финалында ирекмән булып ҡатнашыу өсөн 83 төбәктән дүрт меңдән артыҡ заявка бирелгән. Алдан әҙерлек үткән ирекмәндәр сараның башынан аҙағынаса майҙансыҡта булды, конкурс барышында ҙур ярҙам күрһәтте.

Денис Дауытов Башҡорт иретеп йәбештереү һәм сәнәғәт етештереү колледжы студенты. Ул ирекмән булып беренсе тапҡыр ҡатнаша. “Өйҙә барыбер эш юҡ, - тип аңлатты ул ирекмән булып килеүенең сәбәбен. - Ә бында ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙем өсөн ҙур тәжрибә тупланым, төрлө төбәктәрҙән килгән үҙем кеүек үк студенттар менән таныштым, аралаштым. Киләсәктә бөгөн алған тәжрибәмдең һөҙөмтәһе ҙур булыр, тип уйлайым”.   

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: