+20 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2021, 18:06

"Аҡбуҙат" журналы Табын ырыуы балалары менән осрашты

Бөгөн Табын ырыуы башҡорттары Учалы, Тәтешле, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән райондарында йәшәй.

"Аҡбуҙат" журналы Табын ырыуы балалары менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы Табын ырыуы балалары менән осрашты

"Аҡбуҙат" журналы ырыу балалары менән Учалы районының Комсомол мәктәбендә осрашыу ойошторҙо. Унда төбәк уҡыусылары ҡатнашты.
Борон замандарҙа был ауыл ерлегендә Табын ырыуы башҡорттары йәшәгән. Бөгөн дә бында уларҙың вариҫтары көн итә.
"Аҡбуҙат" журналы редакцияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған Ырыуҙар йыйынында һәр төбәктә балалар менән күрешеп, үҙ тарихыбыҙ хаҡында һөйләне.
Сара сиктәрендә баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина балаларға баҫма тарихын еткерҙе. "Башҡортостандың һәр кескәй гражданы туған телен, шәжәрәһен, тарихын һәм динен белергә тейеш. Ул һеҙҙе көслө һәм аҡыллы, рухлы һәм иманлы итәсәк!" - тине ул.
Артабан балалар журналдың художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова менән бергә Табын ырыуының ағасы ҡарағасты төшөрҙө. Еңеүсе - 7 йәшлек Юлиә Әхмәҙиева һүрәте. Рәсем журналда баҫыласаҡ. Уҡыусыларға мәктәптә ҡарарға "Урал батыр" йәнһүрәте тәҡдим ителде.
Осрашыуҙа уҡыусылар тыуған яҡ буйынса белемдәрен күрһәтте.
Һүрәттәр, фотолар журналдың сайтында һәм башҡа социаль селтәрҙәрҙә баҫыласаҡ.
Бөгөн Комсомол урта икенсе корпусы Туңғатар ауылында урынлашҡан, бында башланғыс кластарҙа 64 бала белем ала, улар башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә. Учалы ерендә башҡорт халҡының арҙаҡлы ул-ҡыҙҙары тыуған. Балалар төбәктең билдәле шәхестәрен белеп үҫергә тейеш. Беҙ балаларҙы үҙебеҙҙең алыҫ заттар миҫалында тәрбиәләргә бурыслы. Беҙ һәр осрашыуҙа уҡыусыларға әйтәбеҙ. Нимәһе ҡыуаныслы, улар данлы яҡташтарын яҡшы белә. Афарин, балалар! Һеҙҙең менән осрашыуға тағы килербеҙ әле!

"Аҡбуҙат" журналы Табын ырыуы балалары менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы Табын ырыуы балалары менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы Табын ырыуы балалары менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы Табын ырыуы балалары менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы Табын ырыуы балалары менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы Табын ырыуы балалары менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы Табын ырыуы балалары менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы Табын ырыуы балалары менән осрашты
"Аҡбуҙат" журналы Табын ырыуы балалары менән осрашты
Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: