Һигеҙенсе класс уҡыусыһы Ғәлиә Ширғәзинаға өс банка бал тәҡдим ителә. Уларҙың икәүһендә тәбиғи бал була, өсөнсөһөндә – ялған.
Бер аҙ бал пробиркалағы һыуға һалып эретелә. Уға бер тамсы йод өҫтәлә һәм болғатыла. Бер минуттан эретмәнең төҫө үҙгәрмәһә, тимәк, бал тәбиғи. Ялғаны шәмәхә төҫөнә инәсәк.
Шулай итеп, уҡыусы ысын балдың 2-се банкала булыуын билдәләй.
“Был чемпионатта нда ҡыҙыҡ нәмәләр күп, – ти Ғәлиә. – Төрлө һөнәрҙәрҙе һынап ҡарарға була. Ысын балды ялғанынан айырырға мин, һис шикһеҙ, әсәй-атайымды өйрәтәсәкмен. WorldSkills чемпионатында шулай уҡ “янғын хәүефһеҙлеге” компетенцияһын ҡарарға теләйем. Кем белә, бәлки мин был чемпионатта үҙем өсөн һөнәр һайлармын”.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “ Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) IX Милли чемпионат финалы 25 августа Өфөлә старт алды һәм ул 29 августҡа тиклем барасаҡ. Сарала илдең 76 төбәгенән килгән командалар 105 компетенцияла көс һынаша.
Фото: Башинформ.