+20 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2021, 21:47

Бәләкәй Гүзәл һөнәр һайлай

Өфөлә IX «Йәш һөнәрмәндәр» милли чемпионатының финалы дауам итә. Рубеж, 18 урамында конкурсанттар көс һынаша. Унда балаларға ла бик ҡыҙыҡ. Төркөм-төркөм булып та килгәндәр, ата-әсәләре менән дә йөрөйҙәр. Һәр һөнәр оҫталарын ҡыҙыҡһынып ҡарайҙар, эштәрен күҙәтеп торалар. Бөгөн унда әсәһе менән “Аҡбуҙат”тың дуҫы Гүзәл Мостафина ла булып ҡайтты.

Бәләкәй Гүзәлдең нисек һөнәр һайлағаны
Бәләкәй Гүзәлдең нисек һөнәр һайлағаны

“Миңә бик оҡшаны, - тине ул. – Ҡайһы бер һөнәрҙәрҙе беләм дә икән инде: парикмахер, тегенсе, программалаусы, ветеринар, ашнаҡсы... Күбеһен, бигерәк тә ағайҙарҙың эшен, тәүгә күрҙем, шуғамы, исемдәре лә иҫтә ҡалманы. Ландашфт дизайнеры, флорист, геодезист, кондитер, кулинар, стилист, визажист кеүек яңы һөнәрҙәрҙе белдем. Миңә иң ҡыҙығы ветеринар эше булды. Унда ҡуяндар, тауыҡтар, быҙауҙар бар ине. Бер ауырлы бесәйгә УЗИ эшләгәндәрен ҡарап торҙом. Геодезистарҙың эшен үҙемдә һынап ҡараным. Бөтә һөнәрҙәрҙе барлап сыҡҡандан һуң, минең күңелемә иң яҡыны программалаусы икәнен аңланым...”   

Гүзәл шулай уҡ робот ярҙамында шарик тотоп сығарған, роботҡа программа биреп үҙенең исемен яҙҙырған, фильмдарҙы монтажлағандарын ситтән күҙәтеп торған, ҡыҫҡаһы, бөтә паркты урап сыҡҡан. Өс сәғәт һиҙелмәй ҙә үтеп китте, ти ул.    

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: