Кисә Өфөнөң “Ватан” паркында “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) IX Милли чемпионатының финалын асыу тантанаһы уҙҙы. Тантананың төп темаһы - “WorldSkills” планетаһы” – оҫталыҡ һәм профессионаллек планетаһы. Ойоштороусылар ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының мәҙәниәтен күрһәтте: сәхнәнән ҡурай моңо яңғыраны, артистар милли кейемдәрҙә сығыш яһаны.
Сараны сәхнә өҫтөндәге утлы тамаша биҙәне.
Ҡатнашыусыларға Владимир Путиндың сәләмләү телеграммаһын уҡынылар. Чемпионатҡа тантаналы стартты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бирҙе.
Космик теманы дауам итеп, Өфө күгенә диодлы меңләгән дрон күтәрелде. Һауала төрлө иҫ китмәле фигуралар һәм яҙыуҙар, шул иҫәптән Салауат Юлаев һәйкәле пайҙә булды.
Сығанаҡ: Башинформ.