+18 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2021, 13:52

“Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) һөнәр һайлаша

Бөгөн Өфөлә “Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) IX Милли чемпионатының финалы старт ала. Ярыштың төп майҙаны – Рубеж, 18 урамында урынлашҡан “Йәш һөнәрмәндәр паркы”. Сараның эшлекле өлөшө 26-28 августа “Торатау” конгресс- холында уҙасаҡ.

“Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia)  һөнәр һайлаша
“Йәш һөнәрмәндәр” (WorldSkills Russia) һөнәр һайлаша

Өфөгә 1800 конкурсант киләсәк, шуларҙың 600-ҙө - үҫмерҙәр. 2000-ләгән эксперт ҡатнаша. Башҡортостан чемпионатҡа Рәсәйҙең 76 төбәгенән командалар ҡабул итте. Республикабыҙ йыйылма командаһында 498 кеше – 280 конкурсант һәм 218 эксперт ҡатнаша. Регион 103 компетенция буйынса көс һынаша.

Парк биләмәһендә балалар өсөн зона эшләйәсәк. Унда оҫталар төрлө йәштәге мәктәп уҡыусыларына һөнәри йүнәлеш бирәсәк.

Йәш һөнәрмәндәр паркы”на 26-28 августа теләге булған һәр кем килә ала.

 

Автор:Гульнара Мустафина
Читайте нас: